0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ноябрь 2018, 12:16

Мортаза Рәхимов сәйәсәткә әйләнеп ҡайттымы? Яңы властың тәүге аҙымдары халыҡта иртәгәһе көнгә ышаныс уята.

Иң ғәжәпләндергәне, әлбиттә, Мортаза Рәхимов. Башҡортостандың беренсе Президенты һуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр сәйәси майҙанға сыҡты һәм рейтингта унынсы урынды биләне. Эксперттар уға ифрат юғары сәйәси йоғонто фаразлай. Бының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре бар. Сөнки республиканың хәҙерге етәксеһе иң тәүге эш көнөндә Мортаза Рәхимов менән осрашты



Рәсәйҙең иҡтисади һәм сәйәси коммуникациялар агентлығы ошо көндәрҙә Башҡортостандың илле иң йоғонтоло сәйәсмәненең хакимиәт алышынғандан һуң төҙөлгән тәүге рейтингын иғлан итте. Радий Хәбировтың республика менән идара итә башлауына ике ай ҙа үтмәне, әммә һығымта яһарлыҡ ыңғай миҫалдар байтаҡ йыйылды. Үҙенең эшен яңы етәксе ябай кешеләр йылдар буйы көткән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башланы. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында һәр кеше көн һайын тип әйтерлек файҙаланған транспорт мәсьәләһен генә алайыҡ. Легаль булмаған автобустар ҡала урамдарын тултырҙы, транспорт хужалары үҙ-ара көрәште, хатта атышты һәм үлтереште, ябай кешеләрҙең именлегенә хәүеф тыуҙырҙы. Үкенескә ҡаршы, нисәмә йылдар буйы юлдарҙа тәртип урынлаштырырлыҡ кеше һәм көс табылманы. Яңы Башлыҡтың үҙенә тотонорға тура килде. Әлбиттә, ҡала эсендә пассажирҙарҙы ташыу мәсьләһен бер нисә аҙна эсендә ыңғай хәл итергә була. Ә бына һаулыҡ һаҡлауҙа тупланған кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн айҙар, хатта йылдар талап ителеүе бик ихтимал.

Сәйәси эксперттар Радий Хәбировтың тәүге аҙымдарын ыңғай баһалай һәм уға рейтингта тәүге урынды бирә. Икенсе урында республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. Әлеге урынды биләү өсөн хакимиәт етәксеһенә Татарстандан һайланған Дәүләт думаһы депутаты мандатынан баш тартырға тура килде. Әйткәндәй, күршеләр уның көтмәгәндә Башҡортостанға күсеп китеүен һиҙелерлек юғалтыу сифатында ҡабул иткәндәр. Ни тиһәң дә, сәйәсмән Дәүләт думаһына Татарстандан ике тапҡыр һайланып өлгөргән. Дүртенсе урында Александр Сидякиндың урынбаҫары Ринат Бәширов. Рейтингтың тәүге унауы араһында күпселекте яңы сәйәсмәндәр тәшкил итә һәм эксперттар уларға юғарыраҡ урындар ҙа тәғәйенләй. Мәҫәлән, элекке хакимиәттә даими икенсе урында барған Хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәҙер ун өсөнсө. Ә ҡала хакимиәтенең яңы башлығы Өлфәт Мостафин рейтингта өсөнсө урында. Уға тиклемге башлыҡ, хәҙер сенатор Ирек Ялалов, элекке дүртенсе урындан, үҙегеҙ ҙә аптырарһығыҙ, утыҙ икенсе урынға төшкән.



Иң ғәжәпләндергәне, әлбиттә, Мортаза Рәхимов. Башҡортостандың беренсе Президенты һуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр сәйәси майҙанға сыҡты һәм рейтингта унынсы урынды биләне. Эксперттар уға ифрат юғары сәйәси йоғонто фаразлай. Бының, әлбиттә, үҙ сәбәптәре бар. Сөнки республиканың хәҙерге етәксеһе иң тәүге эш көнөндә Мортаза Рәхимов менән осрашты һәм уның фатихаһын алды. Күҙәтеүселәр һәм эксперттар был осрашыуға ҙур мәғәнә һала. Сөнки ябай халыҡ араһында беренсе Президенттың абруйы әле лә юғары, ул эшләгән йылдарҙы һағыныусылар бар, күпселек уның беренсе тапҡыр рәсми күренеүен йылы ҡабул итте. Ниһайәт, сәйәси майҙанда тотороҡлолоҡ урынлашыр, үҙ-ара көрәш, ығы-зығы тамамланыр һәм етәкселек келәм аҫтындағы көрәштән арынып, кешеләр файҙаһына етештереүсәнле эшләр тигән ышаныс тыуҙы. Радий Хәбиров үҙе лә эшләү башлауының тәүге көндәрендә үк, “Рәхимовтыҡылар”, “Хәмитовтыҡылар”, “Хәбировтыҡылар”, “Сарбаевтыҡылар” һымаҡ кеше айырыу булмаясаҡ, тип, ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы.


Быға тиклемге Башлыҡ бик үк аңлашылып бөтмәгән (Работать для людей! Работа. Зарплата. Квартира.), шулай булғас, имен-аман үтәлеүгә бик дәғүә лә итмәгән лозунгылар менән кабинетында ғына ултырып, вәғәҙәләр өләшеүгә өҫтөнлөк бирҙе. Демократия, билдәлелек тигәндәре лә телевидениеға, радиоға, гәзиттәргә яҡын ебәрергә ярамаған хәбәрселәр исемлеге менән тамамланды.
Бөгөн республикала барған үҙгәрештәр Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим иткәнсә асыҡлыҡ, законлылыҡ, һөҙөмтәлелек һымаҡ талаптар нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Эйе, күренеп тора, бөгөн Башҡортостан яңы һулыш ала. Тик имен һәм етеш тормошто етәкселек бүләк сифатында һәр береһенә өләшмәй, ул беҙҙең йәшәйеште ойоштора ғына. Ә беҙгә иһә, һәр беребеҙгә үҙ урынында дәртләнеп, намыҫлы эшләргә генә ҡала.
Читайте нас: