+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2018, 20:25

ҺАМАН ФАШЛАНМАҒАНДАР...

Һаман фашланмағандар бар икән әле. Республиканың иң төп ГАИ-шнигы үҙенең урынбаҫарының ялған диплом менән эшләүен белмәүе хаҡында белдерҙе. Хәтерләйһегеҙҙер, 90-сы йылдарҙан һуң һәр урам сатында булмаһа ла, һәр баҙарҙа йәнең теләгән уҡыу йортон тамамлау тураһында дипломды һатып алырға мөмкин ине. Кемдәр белемдән бигерәк карьера, юғары эш хаҡы, байлыҡ хаҡында хыяллана, шулар диплом һатып алып яҙмыштарын көйләп ебәрҙе. Әле яңыраҡ яҙып сыҡтылар, Воронеж өлкәһендә медучилище бөткән берәү (Тәүбә, әстәғәфирулла тәүбә!) хирург булып эшләп йөрөгән. Нисек эшләгәндер, белмәйем, операциянан сығыуға, эшенән дә ҡыуғандар. Ғөмүмән, Рәсәй, Башҡортостан тарихында байтаҡ булды, фашланды, хөкөм ителде. Араларында, әлбиттә, уҡытыусылар, чиновниктар, урта ҡул етәкселәр. Бер килке киң масштаблы тикшереүҙәр үткәреп, тағы ла байтаҡ ҡына тоттолар. Мәҫәлән, Фәлән районда Төгән башлыҡтың урынбаҫары.

Хәтерләйһегеҙҙер, 90-сы йылдарҙан һуң һәр урам сатында булмаһа ла, һәр баҙарҙа йәнең теләгән уҡыу йортон тамамлау тураһында дипломды һатып алырға мөмкин ине. Кемдәр белемдән бигерәк карьера, юғары эш хаҡы, байлыҡ хаҡында хыяллана, шулар диплом һатып алып яҙмыштарын көйләп ебәрҙе. Әле яңыраҡ яҙып сыҡтылар, Воронеж өлкәһендә медучилище бөткән берәү (Тәүбә, әстәғәфирулла тәүбә!) хирург булып эшләп йөрөгән. Нисек эшләгәндер, белмәйем, операциянан сығыуға, эшенән дә ҡыуғандар. Ғөмүмән, Рәсәй, Башҡортостан тарихында байтаҡ булды, фашланды, хөкөм ителде. Араларында, әлбиттә, уҡытыусылар, чиновниктар, урта ҡул етәкселәр. Бер килке киң масштаблы тикшереүҙәр үткәреп, тағы ла байтаҡ ҡына тоттолар. Мәҫәлән, Фәлән районда Төгән башлыҡтың урынбаҫары.


Барлай башлаһаң, тотолмағандары ла әле һаман бар икән. Мәҫәлән, республика ЮХХДИ начальнигының бер урынбаҫары Х., эшкә урынлашҡанда Башҡортостан Дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлауы тураһында диплом һона. Китә был карьера баҫҡыстары буйлап юғары үрләп. Юғары эш хаҡы, фатир ала, әлбиттә, өй ҙә төҙөгәндер үҙ аҡсаһына, “падпалкауник” дәрәжәһендә инде донъямды түңәрәкләп бөттөм, тигәндә, бер ифрат уяу гражданин был хаҡта тәғәйен урынға “тишә” лә ҡуя. Быға тиклем ялған “падпалкауник” дипломының ялған түгеллеген раҫлап, институттың архивынан тағы ла бер ялған белешмә килтереп һала. Тырыш була ул. Эш араһында йөрөп, арымай-талмай, ситтән тороптор инде, урындағы Юридик институты тамамлап (быныһы – ысынлаптыр), үҙенең белемен нығытып та ҡуя. Ә теге ялған диплом һаман ята-а бит инде, үҙенең сәғәте һуҡҡанын көтөп... Хәҙер уңмаған урынбаҫарҙы йә, пенсия, йә, суд залы көтә.


ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов: “Мин был хаҡта бер нәмә лә белмәнем. Кисә генә хәбәр иттеләр. Дипломдар һәм башҡа документтар менән тармаҡтың кадрҙар хеҙмәте шөғөлләнә”, – тине.


Әлеге ваҡытта был ваҡиға менән бәйле Эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре алып бара. “Сүп өҫтөнә – сүмәлә”, тигән һымаҡ, был янъял үҙҙәре законлылыҡты һаҡларға тейешлеләргә һис тә абруй өҫтәмәй.
Читайте нас: