+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2018, 16:38

Депутат асҡа үлмәгән

Бынан ай ярым элек Һарытау өлкәһе Хөкүмәтенең хеҙмәт министры Наталья Соколова төбәктең аҙыҡ-түлек кәрзинен 3500 һум кимәлендә билдәләгәйне. Депутаттар министрға ошо аҡсаға ай буйы йәшәп ҡарарға тәҡдим итәләр. Ләкин ханым үҙенең статусына һылтанып, тәжрибәнән баш тарта. Хәбәрселәр тик тормай, министр ханымдың былтыр ғына ике миллион һумдан артыҡ эш хаҡы, өҫтәүенә, ике тапҡыр икешәр йөҙ мең һум матди ярҙам алыуы, ҡыҫҡаһы, көн һайын 6300 һум самаһы эш хаҡы алыуын асыҡлайҙар. Министр бирешмәй, һаман да 3500 һумға йәшәп булырын раҫлай һәм фекерен иҫбатлар өсөн макарондар менән туҡланырға кәңәш итә. Был ығы-зығы бик ҙурға китә, Рәсәй киңлектәрендә тарала, бәхәс губернаторҙың министрҙы отставкаға ебәреүе менән тамамлана.

Ләкин депутат Николай Бондаренко бының менән генә тынысланмай, табиптарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, ошо аҡсаға, йәғни, 3500 һумға йәшәп ҡарарға була. Ныҡыш депутат үҙенең ҡуйған маҡсаттарына өлгәшә. Уның билдәләүенсә, Рәсәйҙә күптәр ошо аҡсаға, йәки саҡ ҡына күберәк, дүрт-биш меңгә көн итә. Әрһеҙ депутат ай буйына аслы-туҡлы йәшәй һәм, һөҙөмтәлә, 7 килограмм 400 грамм ауырлығын юғалта. Аҡса 28 көнгә етә, сөнки ул һәр аҙнала 875 һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатып ала.

Был аҡсаға бик типтереп йәшәп булмай бит инде, төп рационды ярмалар, йомортҡа, арзанлы аҙыҡ-түлек биләй. Белгестәр билдәләүенсә, башланғыс резервтар, йәғни, тәүге ауырлыҡ 94,5 кг. булыуы депутатҡа тәжрибәне иҫән-һау тамамларға мөмкинлек бирә. Бондаренко әйтеүенсә, эксперимент ваҡытында ул үҙен хәлһеҙ, өмөтһөҙ, тарҡау хәтерле, ваҡ-төйәккә ҡыҙып барыусан һәм асыулы тотҡан. Ул башынан үткәреүенсә, “министр диетаһын” ҡабатларға теләүселәр әҙерлекле һәм эшһеҙ булырға тейеш.

Был тәжрибәнең файҙаһы шунда, депутат аҙыҡ-түлек кәрзинен ун мең һумға тиклем, ә йәшәү минимумының егерме мең һумға тиклем билдәләнеүен тәҡдим итергә уйлай. Белмәйем, ай һайын ике-өс йөҙ мең, хатта дүрт-биш йөҙ мең эш хаҡы алыусылар ун-ун биш мең һумға йәшәүселәрҙең хәлен аңлармы икән?
Читайте нас: