Һуңғы йылдарҙа яманатлы ҡулайлаштырыу һылтауы менән мәктәптәрҙе берләштереп, уҡыусыларҙы автобустарға ултыртып бөттөләр. Хәҙер таң менән һалҡын автобустар йоҡоло-уяулы балаларҙы күрше ауылдарға ташый. Ә ҡайтҡанда бәләкәй синыфтар уҡыусылары өлкәндәрҙең уҡып бөткәндәрен икешәр-өсәр сәғәт көтөп ултырырға мәжбүр.
Ата-әсәләр ошо хәлдән сығыу юлдарын эҙләп, республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. “Бындай осраҡтар тураһында миңә хәбәр итеп торасаҡтар”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында. Республика етәксеһе район һәм ҡала башлыҡтарына Борай районы тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты.
Район башлығы Борис Нурисламов уҡыусылар өлкәндәрҙе көткән арала төрлө күргәҙмәләр һәм туҡландырыуҙы ойоштороп, мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшкән. Ысынлап та, район төрлө йәһәттән алдынғылар иҫәбендә. Бында, һис шикһеҙ, ун биш йылға яҡын район менән етәкселек иткән Борис Шәрәфғәле улының хеҙмәте ҙур. Республика етәксеһенең ваҡ-төйәк һымаҡ тойолған, ләкин ифрат мөһим мәсьәләләргә иғтибар итеүе лә аңлашыла. Шулай ҙа һорау бар, был осраҡта мәғариф министрлығы яуаплы эштән ситтә тороп ҡалмаймы икән?