+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2018, 19:44

Балдан алалар, майға һалалар.

Рәсәй, йәки төбәк кимәлендә вазифаһын юғалтҡан түрәләрҙең яҙмышы аяныслы тамамлана, тип уйлағандар етди хаталана.

Рәсәй, йәки төбәк кимәлендә вазифаһын юғалтҡан түрәләрҙең яҙмышы аяныслы тамамлана, тип уйлағандар етди хаталана.

Рәсәй Хөкүмәте министры Улюкаев, Сахалиндан Хорошавин, Коми республикаһынан Гейзер һымаҡ бөтәһен дә төрмәгә ултыртмайҙар. Күпселек етәкселәрҙе ҙур предприятеларҙа, акционерҙар йәмғиәттәрендә юғары эш хаҡы булған идара, йә директорҙар советы ағзаһы тип аталған йылы урын көтә. Ҡыҫҡаһы, балдан алалар – майға һалалар. Йәки, киреһенсә. Миҫал өсөн үҙебеҙ көн һайын, тәүлек әйләнәһенә файҙаланған “халыҡ ҡаҙанышы” исемендәге “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ун алты кешенән торған Идараһы ағзаларының эш хаҡында саҡ ҡына соҡонайыҡ.


Әлеге ваҡытта дәүләт компанияһы булған “Газпром”дың 3,4 триллион һум бурысы бар. Быйыл 518 миллиард һумды тағы ла бурысҡа аласаҡ. Быны йәмғиәт менеджерҙары: “Беҙ Ҡытай, Төркиә һәм Европа илдәренә газ үткәрәбеҙ, бурыстар – шунан”, – тип аңлата. Шундай бурыс менән эшмәкәрлек ҡылған Идара советы ағзалары бөтөнләй эш хаҡы алмайҙыр, тип өмөтләнгәндәр яңылыша. Киреһенсә, улар тейешен дә, тейеш булмағанын да шаҡарып, ала. Былтыр уларҙың йыллыҡ эш хаҡы 809 миллион һум тәшкил иткән, уңышлы эшләгән өсөн, өҫтәп, 1 миллиард 297 миллион, йәмғеһе – 2 миллиард, 106 миллион һум эш хаҡы алған. Был тиклем аҡса һис тә күктән яумай, уны беҙ көнө-төнө өйҙәребеҙҙе йылытып, ашарыбыҙға бешереп, фатирҙарыбыҙ өсөн түләп, бөтә сығымдарҙы ҡаплайбыҙ.
Читайте нас: