+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь 2018, 12:00

Ҡартайғанда тыртайған, йәки Бабайҙарға ни етмәй?

73 йәшлек билдәле юморист Евгений Петросян кеше көлдөрә торғас, үҙе лә әҙәм көлкөһөнә ҡалып ҡуймаҫмы икән? Эш былайыраҡ тора: Ошо көндәрҙә Петросян менән уның ҡатыны Степаненко араһынан ҡара бесәй үтте, йәғни суд уларҙы рәсми рәүештә айырҙы. Сәбәбе – Петросян атай булырға йыйына, ти. Шулай ҙа суд “ыҙғыштары” тамамланмаған әле: 1,5 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән мөлкәтте бүлешергә кәрәк!..

Юмор оҫтаһының башын уның ярҙамсыһы булып эшләгән 29 йәшлек Татьяна Брухунова әйләндергән, тиҙәр. Өҫтәүенә, сибәркәй 280 миллион һумлыҡ фатир алып, йыһаз менән лыҡа тултырып та ҡуйған. Иң мөһиме, балалар бүлмәһен зәңгәр төҫкә буятып, ике карауат әҙерләгән икән. Тимәк, оҙаҡламай Петросяндың игеҙәк бәпес күтәреп йөрөүе лә бик ихтимал!
Бына шулай, атаҡлы Шекспир әйткәнсә: “Тормош – театр, ә беҙ унда артистар...”
Читайте нас: