+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Декабрь 2018, 17:08

Өфөләгеләр насар йәшәмәй. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәр уртаса 42 мең һумдан ашыу эш хаҡы ала.

Был аҙнала Өфө ҡалаһының Дәүләт статистика бүлеге начальнигы Оксана Даянова берәүҙәрҙе – ҡыуанырға, ә икенселәрҙе аптыранырға мәжбүр итте. Эйе, Өфө ҡалаһы предприятеларында эшләүселәр уртаса 42313 һум эш хаҡы ала икән. Былтырғы менән сағыштырғанда, уртаса айлыҡ эш хаҡы 8,2 процентҡа үҫкән.

Рәсәйҙә уртаса 39100 һум эш хаҡы алыныуын күҙ уңында тотһаҡ, өфөләр һисә тә насар йәшәмәй. Өҫтәүенә, Волга буйы Федераль округында беҙ был йәһәттән беренсе урындарҙың береһендә. Алдараҡ әйткәйнек, статистика бик хәйләкәр тармаҡ. Сөнки, һеҙ 10-15 мең алһағыҙ, кемдеңдер эш хаҡы айына 2-3 миллион булыуы ихтимал. Һеҙҙе, меңдәрҙе, шул кемгәлер берәүгә ҡушһаҡ һәм бүлһәк, уртаса 42 мең һум килеп сыға инде.
Ишеткәнһегеҙҙер, бер яҡташыбыҙ Мәскәүгә барып сыҡҡан. Бер үҙе түгел, 41 миллион һум менән! Мәскәү “асыҡ ауыҙ”ҙарҙы ярата, күҙ асып йомғансы аҡсаһын талап алғандар. Мәскәү һиңә Өфө түгел, урамда миллиондар менән иркенләп йөрөп булмай.
Читайте нас: