+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2018, 18:01

Иң тәүҙә көләмәс. Темәстән берәү, баяғы, Өфөгә килгән, машина һатып алырға. Хаҡтарҙы күргәс, сәстәре үрә торған.

О, бында ҡиммәт! Машиналар 2-3 миллион һум тора. Юҡ, үҙебеҙҙең Темәскә ҡайтам, беҙҙә ҡарабойҙай ярмаһы 53 тәңкә генә, тип әйткән, имеш (Ҡайһы ерендә көлөргә, ҡарайтылған хәрефтәр тәңгәлендә).Ә хәҙер баш етмәҫлек ысынбарлыҡ...

О, бында ҡиммәт! Машиналар 2-3 миллион һум тора. Юҡ, үҙебеҙҙең Темәскә ҡайтам, беҙҙә ҡарабойҙай ярмаһы 53 тәңкә генә, тип әйткән, имеш (Ҡайһы ерендә көлөргә, ҡарайтылған хәрефтәр тәңгәлендә).

Ә хәҙер баш етмәҫлек ысынбарлыҡ. Рәсәй йондоҙҙары тамам саманы юғалтты, илдә көрсөк, санкциялар быуа, ә халыҡ Яңы йылға әҙерләнә. Йондоҙҙар кисәләрҙә сығыш яһау өсөн хаҡтарҙы 20-30 процентҡа арттырып ебәрҙе. Йә инде, Иван Ургант 2-3 сәғәтлек бер сығышы өсөн күпме һорай тиһегеҙ? Ҡот осҡос: 15 миллион һум! Ә бына Дмитрий Нагиев, Григорий Лепс, Филлип Киркоров, Николай Басков халыҡтың хәлен белә, һәр сығышҡа 7-8 миллион һум ғына һорайҙар. Әгәр аҡсаң етмәй икән, Светлана Лободаны (5-6 млн.), Баста (3-4 млн.), Маша Распутина (1,5 млн.) һәм Виктор Салтыковты (1,5 млн.) саҡыра алаһың.
Юҡ, темәстәр дөрөҫ әйтә, өйҙә ит һалып, бишбармаҡ кимереп, киң диванда яңы телевизорҙан концерт ҡына ҡарарбыҙ ул. Беҙгә шул да еткән.
Читайте нас: