Элегерәк булған хәл. Гәзит-журнал мөхәррирҙәре матбуғат министрына зарлана икән: “Яҙа белгән йүнле журналистар юҡ!”
Министр, кәңәшмә йыйып, юғары уҡыу йортонан вәкилдәр ҙә саҡырта. Килә былар. Бер вәкил мөхәррирҙәр алдында ике сәғәт буйы башын да ҡалҡытмай лекция-доклад уҡығас, сырайын һытып ултырған министр әйтеп ҡуя:
– Бына, күрҙегеҙме инде, ни өсөн йүнле журналист юҡ?!.
Ятаҡта йәшәгәндә күрше бүлмәлә бер шағир ғаиләһе торҙо. Бер көн уның менән урамда осраштыҡ. Шағир минән һорап ҡуйҙы:
– Бөгөн күршеләрең шаулағандыр инде?
– Ниңә улай тиһең, берәй хәл булдымы әллә? – тип аптыраным.
– Ә-ә... Әйтәм бөгөн тыныс булды...