“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына яҙылдығыҙмы әле? Әгәр өлгөрмәгәнһегеҙ икән, почта бүлексәһенә ашығығыҙ! 13 декабргә тиклем унда матбуғат баҫмаларына 10 процентлыҡ ташлама яһала.
Бынан тыш, редакциябыҙ махсус бүләктәр ҙә әҙерләгән: “Ағиҙел” менән “Һәнәк”кә яҙылыусылар 1 велосипед һәм 2 смартфон отоп алыу мөмкинлегенә эйә.
Акцияла ҡатнашыу өсөн беҙҙең ике журналға ла яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция күсермәләрен редакцияға тиҙ арала ебәреү шарт. Еңеүселәр тураһында мәғлүмәтте 25 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән һуң беҙҙең сайтта уҡып белә алаһығыҙ.
“Ағиҙел” менән “Һәнәк”тең төркөмдәренә лә ҡушылырға онотмағыҙ! Тиҙҙән уларҙағы мәҡәләләргә баһа ҡуйыусылар һәм репост яһаусылар араһында ла конкурстар ойоштороласаҡ.