Дондағы Ростов ҡалаһының супермаркеттарының береһендә кәрзиндә сысҡан йүгереп йөрөгәнен күргәндәр.
– Ашауын ашап бөтә алмаҫ, шулай ҙа тешләштереп ҡасыуы ихтимал, – тип, билдәләгән һатып алыусылар.
– Динозавр булһа, тағы бер хәл, – тип, тынысландырған икенселәре. – Сысҡанға иҫегеҙ киткән.
Әгәр ул сысҡан банандар йәки ананастар менән көньяҡ Азиянан йә Африканан килгән булһа...