+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ғинуар 2019, 19:13
Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе ҡурҡыныс һағалай. Файҙалы һәм зыянлы интернет.
Өфөгә Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров килде һәм Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Хәбиров менән интернетта именлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров билдәләүенсә, Башҡортостанда “Роскомнадзор” урындағы властар менән бергә интернет киңлектәрендә законлы тәртип урынлаштырыу, зыянлы сығанаҡтарҙы асыҡлау һәм ваҡытында юҡ итеү буйынса һөҙөмтәле эшләй. Зарарлы мәғлүмәтте таратыу йәһәтенән ҡурҡыныслы социаль селтәрҙәр йәшерен трафикты киң файҙалана. “Беҙ зыянлы мәғлүмәтте алып ташлау мөмкинлегенә эйәбеҙ. Беҙ ҡурҡыныслы материалдарҙы тыйыу ярҙамында кешеләрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға өлгәшәбеҙ. Интернеттағы зарарлы мәғлүмәттәргә балалар һәм үҫмерҙәр тиҙ бирелеүсән”, – тип билдәләне Федераль хеҙмәт етәксеһе.
“Роскомнадзор” закон сиктәрендә эшләй. Ул ҡулланыусылар социаль селтәрҙәрҙә һәм интернет ресурстарында законлылыҡты тәьмин итеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы