+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2019, 19:20

Һаҡ булығыҙ! Хәҙер беҙҙең тормош үтә күренмәле.

Үткән аҙна аҙағында мәғлүмәт сараларында ике ваҡиға иғтибарҙы йәлеп итте. Беренсеһе – 21-се дауахананың 7-се ҡатынан дауаланыусы ҡолап төшкән һәм шунда уҡ реанимацияға оҙатылған. Үкенескә ҡаршы, реанимация ярҙам итә алмаған, ҡатын бер нисә сәғәттән вафат булған. Әйтеүҙәренсә, бүлек 20-30 метрҙа ғына урынлашҡан. Ләкин ҡотҡарыу саралары тейешле нәтижә бирмәгән.

Икенсе мәғлүмәт Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се дауаханаһында дауаланыусы ҡарсыҡ койкаһынан ҡолап төшкән һәм сәғәт ярым буйы таш иҙәндә медицина ярҙамы күрһәтеүҙәрен көтөп ятты. Был ғибрәтле хәлде тура эфирҙа (онлайн) тамаша ҡылырға мөмкин ине. Әлбиттә, боевик, һис юғы блокбастер түгел, ғәҙәттәге тормош драмаһы, ләкин ҡарала. Тағы күпме ятыр икән? Һис шикләнмәйем, дауаланыусы – хеҙмәт ветераны, һалымдарҙы һәм түләүҙәрҙе үҙ ваҡытында һәм еренә еткереп күсереп барған, ҡыҫҡаһы, уның иҙәндә ятыуы өсөн яуаплы эш хаҡы алыусылар сәғәт ярым буйы уға ярҙам итеү өсөн ҡыл да ҡыбырҙатмай.
Ә беҙҙең нәтижә һеҙ көткәнде аҡламаҫ, буғай. Донъя элекке һымаҡ түгел, хәҙер үтә күренеп тора. Юлдарығыҙ уң булһын, һәр береһендә телефон, телефонда – камера, мажараларҙың геройы ролен үтәргә яҙмаһын. Хәҙер ошо фекерҙең беҙҙеңсәгә тәржемәһе: “аҡҡа төшкәнсе, батҡаҡҡа төшөгөҙ”, һис юғы, таш иҙәндә аунап ятырға яҙмаһын.
Читайте нас: