+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Февраль 2019, 18:16

Марсель Сәлимов был юлы ниндәй награда алған? Юмор оҫтаһы сиратағы еңеүе менән күптәрҙе “тәгәрәтә һуҡты”.

Әгәр дөрөҫ булһа, ул алмаған бүләктәр һәм наградалар юҡ шикелле. Токионан алып Лондонға, Делиҙан Мурмаск ҡалаһына тиклем – барыһы ла Марсель Шәйнур улының нескә юмор менән яҙылған әҫәрҙәрен уҡый һәм уға сираттағы миҙалын һона.

“Ҡасанға тиклем дауам итер”, – тип мыжый көнләшкәндәр. “Ҡотлайбыҙ, һуңғы наградаң булмаһын”, – ти ҡыуанғандар. “Мар. Сәлим алмаған бүләк бармы ни әле ул”, – ти аптыранғандар.
Нисә миҙал алғандыр, ҡайһы еренә таҡҡандыр, лайыҡ булғанмылыр – уныһы мөһим түгел. Иң әһәмиәтлеһе – алмаған, ә биргәндәр, тимәк, кәрәк тип тапҡандар.
Марсель Шәйнур улы “Яҙылмаған китап” өсөн Джек Лондон исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияға лайыҡ булған! Ҡайҙа барһын, биргәс, алыр инде. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Быныһы ла һуңғы наградаң булмаһын!
Читайте нас: