Салауат ҡалаһының “Мәңгелек ут” иҫтәлекле комплексында Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән интернационалистар хөрмәтенә асылған һәйкәл һынын ташты балта менән юнып эшләгәндәр, тигән шик бар. Һуңынан, әлбиттә, шымартып, буяп, американ стилендәге боевик рәүешенә әйләндергәндәр. Һәйкәл һүрәтен ентекләп ҡарағыҙ, бәлки, һеҙ арыуыраҡ һыҙаттар, скульптор иптәште аҡларлыҡ һүҙҙәр табырһығыҙ.
Хәҙер Салауатта шундай лаҡап йөрөй: тәртипһеҙ малай-шалайҙы “Анау һалдатҡа бирәм”, – тип ҡурҡыталар икән. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ярҙам итә, имеш.
Ә беҙ шулай ҙа һәйкәл тереләр өсөн, мәрхүмдәр хөрмәтенә ҡуйыла, тип уйлай инек. Был осраҡта мәшһүр Буранбайҙың: “Әллә ваҡиға ҙур, әллә минең баш бәләкәй” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен сираттағы тапҡыр иҫкә төшөрөргә генә ҡала.