Әлбиттә, яңы драмаһы өсөн материалдар йыйғандыр. Мин тәүҙә шулай тип уйланым. Ике меңенсе йылдар башында атаҡлы драматург “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлашып алды, мәҡәләләре даими сығып торҙо. Ағай бик тынғыһыҙ ине, һәр сәйәси ваҡиға айҡанлы, үҙенең фекерен белдереп барҙы. Шул осор Халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды, биш томлығы сыға башланы.
Күренмәйерәк торһа, өйөнә шылтыратам. Насар ишетә, шулай ҙа, аңлашабыҙ.
– Нәжип ағай! Һеҙ ҡайҙа? Күренмәйһегеҙ... – тип һорайым.
– Эй, дуҫҡай, эш күп. Яңы ғына БАМ-дан ҡайттым.
– БАМ-дан?.. Унда ҡасан барҙығыҙ?
– Элек шулай була торғайны: мин Атнабайға шылтыратам, һин ҡайҙа, тип һорайым. Теге: “БАМ-да булдым, БАМ-дан ҡайттым”, – ти. Унда ни эшләп йөрөнөң? – тим. – БАМ инде, БАМ, – ти Атнабай. – Больница, аптека, магазин.
Хәҙер үҙем дә БАМ тирәһен байҡағанда ағайҙарҙы иҫкә төшөрәм.