+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2019, 11:07

Шундай һәйбәт башланғайны, бер швабра эште уйҙы ла ҡуйҙы. Кушнарен дауаханаһындағы башланғыс хуплауға лайыҡмы?

Райондың Ҡарасәй-Йылға ауылынан бер хөрмәтле инәй, әйҙә, исемен Зифа тип алайыҡ, өйөндә ваҡ-төйәк эш менән булғанда, эләгеп тәгәрәп, беҙҙеңсә әйтһәк, оло һөйәген (тазобедренная кость) һындыра. Машина йөрөп торғас, Кушнарен район дауаханаһына килтерә һалалар. Рентген үтеп, һыныу асыҡланғас, әбейҙе әлегә дауахана коридорында йонсотмаҡ булалар. Бәй, ғүмер буйы эшләһә ни, беҙҙә эшләмәгән кеше юҡ. Көтһөн, урын булһа, Хоҙай ҡушһа, урынлаштырырбыҙ. Ваҡыт тиҙ үтә, биш-алты сәғәт самаһы интеккәс, табиптарҙың ҡайһыһылыр әбейгә тәүге ярҙам күрһәтеү хаҡында иҫкә төшөрә.

Быныһы ла шыма ғына үтер ине, әмәлгә ҡалғандай, шул тирәлә санитар иҙән йыуып йөрөй. Табиптың күҙе тегенең таяғына, аныҡлап әйтһәк, швабраһына төшә. Әйткәндәй, беҙҙең халыҡ иҙәнде ҡулдар һәм сепрәк ярҙамында, йәғни, туңҡайып йыуып өйрәнгән, шулай булғас, швабраның тәржемәһе лә, кәрәге лә юҡ. Табип ниндәй һүҙҙәр тапҡандыр, ләкин эш швабраны дауахана файҙаһына тартып алыу һәм әбейҙең һынған ботона шина сифатында беркетеп ҡуйыу менән тамамлана.
Әбейҙең шунда уҡ буталанып йөрөгән ейәнсәре был эштәрҙе ентекләп “кинаға”, беҙҙеңсә әйтһәк, видеоға төшөрөп йөрөй һәм һыуынғанын да көтөп тормай, сайтҡа һалып тора.
Хәҙер билдәле булыуынса, тәүге хәүефле сигнал бөтөнләй көтөлмәгән ерҙән – Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан – килә һәм ваҡиғалар, тап кинолағы һымаҡ, үҙгәрә башлай, хатта, ейәнсәр видеоға төшөрөп өлгөрә алмай. Ығы-зығы һәм шау-шыу әбейҙе айырым палатаға урынлаштырыу менән тамамланыр ине, әгәр юғарынан тағы ла ҡеүәтлерәк фарман төшөп, әбейҙе тиҙ арала Өфө ҡалаһына 21-се дауаханаға килтереп еткереүҙе талап итмәһә. Әбейгә, швабраһын ҡосаҡлап, буйһоноуҙан башҡа сара ҡалмай.
Баяғы, швабра, Кушнарен табиптарының бығаса донъя медицинаһы күрмәгән асышы, алдынғы тәжрибә мәктәбе, былай ҙа буйтым эш хаҡына мул-мул премиялар, маҡтаулы исемдәр һ.б. менән тамамланыр, тип уйлағандар хаталана. Беҙҙең осраҡта иҙән йыуыу ҡоралы яуапһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ һәм мәсхәрә билдәһе генә.
Швабраһын иң яҡын дуҫылай иркәләп ултырған әбей төшкән кадрҙарҙы иң ялҡау интернет сайттар ғына күрһәтмәне. Бына шулай, бер ҡалаҡ дегет мискә тулы балды юҡҡа сығара ла ҡуя. Ысынында иһә, беҙҙә 99 процент табиптар яуаплы, эшсән, егәрле һәм ярҙамсыл. Әйҙәгеҙ, улар хаҡында бер ағас швабраға ҡарап ҡына һығымта яһамайыҡ.
Әбейгә ошо арала операция яһаясаҡтар, 3-4 көндән ул үҙ аяғына баҫасаҡ һәм ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөй башлаясаҡ. Үҙебеҙҙең табиптарға рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде.

-----------
Хөрмәтле уҡыусы, беҙҙең менән булыуығыҙ өсөн рәхмәт! "Һәнәк" журналы тәҡдим иткән сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр, яңылыҡтар менән ваҡытында танышып барырға теләһәгеҙ, "Бәйленештә" социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә лә яҙыла алаһығыҙ.
Читайте нас: