-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2019, 11:39

Йөрәк янһа, йән көйһә, төтөн сығамы икән? Был мәсьәлә янғын һүндереүселәр өсөн мөһим булып тора.

Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡыш янғындар йыш сыға, ҡорбандар ҙа булғылай. Ярай әле беҙҙең янғын һүндереүселәр уяу һәм ҡыйыу. Нижегородка биҫтәһенән янғын тураһында хәбәр уларҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫтыра.

Үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡыш янғындар йыш сыға, ҡорбандар ҙа булғылай. Ярай әле беҙҙең янғын һүндереүселәр уяу һәм ҡыйыу. Нижегородка биҫтәһенән янғын тураһында хәбәр уларҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫтыра.
Сигналдарын ялпылдатып килеп төшһәләр, шыш та юҡ, быш та юҡ, хатта төтөн дә күренмәй. Уның ҡарауы, дөрләп янырға тейешле өй эргәһендә бер ҡатын һин дә мин йөрөп ята. Ҡайҙа яна, тип һорайҙар. Ҡатын күкрәгенә күрһәтеп: “Бында яна, йөрәгем яна”, – тип яуап бирә.
Янғын һүндереүселәргә ялған саҡырыу теркәүҙән башҡа сара ҡалмай. Бәлки,
икенсе тапҡыр тиҙ ярҙам саҡырырға, йә, Базилеевкаға (Тәүбә! Тәүбә!) мөрәжәғәт
итергә кәрәктер.
Читайте нас: