+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Март 2019, 17:44

Ә һеҙ, йәштәр, эскән ата-әсәнән, түрәнән үрнәк алмағыҙ!

Бәләкәй саҡта, һуғыштан һуңғы йылдар, беҙҙең 600 йортло ауылыбыҙҙа бер кеше эсә ине. Улар беҙҙән бер 4-5 өйгә өҫтәрәк сауҡа янында торҙолар. Күп ваҡыт ҡатыны ахмалға төшөп түбән яҡҡа йөгөрә, ә артынан ире ҡулдарын күтәреп, ҡысҡырып янап баҫтыра. Мин был күренеште аңламай, әсәйемә һорауҙар бирәм. Ул: “М-аның эсенә ен кереп ултырған да шул ҡатынын туҡмарға өндәй” – ти . Мин һаман ныҡышам, ендең нисек кереп ултырғанын беләһем килә. Әсәйем ендең шарап менән кергәнен ныҡлап аңлатты. Шунан бирле бындай эсемлектәргә ҡарата минең ерәнес тойғо һаҡланды.



МИНЕҢ ТОРМОШОМДА ЭСКЕЛЕККӘ УРЫН ЮҠ РУБРИКАҺЫНА
Ә һеҙ, йәштәр, эскән ата-әсәнән, түрәнән үрнәк алмағыҙ!

Бәләкәй саҡта, һуғыштан һуңғы йылдар, беҙҙең 600 йортло ауылыбыҙҙа бер кеше эсә ине. Улар беҙҙән бер 4-5 өйгә өҫтәрәк сауҡа янында торҙолар. Күп ваҡыт ҡатыны ахмалға төшөп түбән яҡҡа йөгөрә, ә артынан ире ҡулдарын күтәреп, ҡысҡырып янап баҫтыра. Мин был күренеште аңламай, әсәйемә һорауҙар бирәм. Ул: “М-аның эсенә ен кереп ултырған да шул ҡатынын туҡмарға өндәй” – ти . Мин һаман ныҡышам, ендең нисек кереп ултырғанын беләһем килә. Әсәйем ендең шарап менән кергәнен ныҡлап аңлатты. Шунан бирле бындай эсемлектәргә ҡарата минең ерәнес тойғо һаҡланды.


Һуңынан магазинға вино, араҡылар ҙа килә башланы. Күләме аҙ булғас, башта һатыусылар һәм етәкселәр үҙ ара бүлеште, аҙағын һәр кем белә-туйғанса килтерә башланылар. Башта һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр генә эсһә, аҙаҡ амплитуда ҙурайғандан-ҙурайҙы. Шулай ҙа ауылыбыҙ оялып ҡына, әҙ -әҙләп , кешегә күрһәтмәй эсә ине. Ә бына күрше ауылда һәм тау яҡтарындағы ауылдарҙа шул заманда уҡ йығылып ятып эстеләр. 1960-80 йылдарҙа ауылыбыҙҙың ҡыҙҙары ҡала яғына бәхет эҙләп сығып киткәс, уҡырға һәләте булмаған егетттәр төп йорттарын ҡарап ауылда ҡалдылар һәм тау яҡтарынан килен алып ҡайтырға мәжбүр булдылар. Бына шунда башланды инде...


Мин инде “ҙурайып”, эшләй башлағас, тормошло булғас, ошо мәсьәлә минең өсөн иң ҡыйыны булды. Эсеү “сәскә атҡан” саҡ, туған-ырыу, дуҫ-иштәр менән осрашҡанда, ҡунаҡтарҙа ла, эштә лә бөтә даталар эскеһеҙ үтмәй. Ә эсмәгән кешенән көләләр, эшкинмәгән тип ҡарайҙар, “ауырыйһыңмы әллә?” тип һорайҙар. Ундайҙарҙы (бигерәк тә ул кешенән көнләшһәләр) юрый эсереп – иҫертеп, аҙаҡтан көлөп һөйләү осраҡтары ла булды. Ныҡ сирҡаныуыма ҡарамаҫтан, кеше һүҙен йыҡмайым, бөтә кешенең иғтибарын үҙемә йәлеп итеп аптыратмайым тип, ҡайһы ваҡыт тәмләп ҡарарға тура килде. Ни генә әйтмәйҙәр бит: “нас не уважвешь?”, “икәү ит, һинең ҡулың (аяғың) берәү генәме ни?”, “бог троицу любит”, тағы әллә нимәләр, эсмәгәндең яғаһына ла, түшенә лә шарап ағыҙалар... Уны йотоуы шул хәтле ҡыйын булыуына ҡарамаҫтан, “тырыштым”, күбеһен үҙем менән һыу килтереп, кеше күрмәгәндә рюмкаға ҡоя инем. Барыһы менән дә сәкәштермәһәң, бөтөнләй дошман булаһың. Шайтан ҡотҡоһына бирелмәй, бер Аллаһтан ҡурҡырға кәрәк тә бит, иман көсһөҙ булған. Эштән киткәс, дингә ныҡлап кергәс, ул “эш” үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Хатта дәрәжәле ҡунаҡтарҙың үпкәләүенән дә ҡурҡмай, өҫтәлгә ултыртыуҙы ла туҡтаттым. Бөтә мөһим даталарҙы Ҡөрьән уҡып үткәрәбеҙ, шөкөр. Инде ҙурайған, үҙҙәре донъя көткән балаларым да, хәҙер шешә ултыртмайҙар, спорт менән шөғөлләнәләр. Әсә үрнәге белендермәй генә тәъҫир итә икән...


1960-70 -се йылдарҙа иҫерткес эсемлектәр Алла урынында булды. Башҡортостанда ҙур төҙөлөштәр барған саҡ, илдең төрлө яҡтарынан “эсә белеүселәрҙән” төҙөүселәр, производство белгестәре йыйылып, ҙур обьекттар-нефть эшкәртеүсе, машина төҙөүсе заводтар, һыуһаҡлағыстар төҙөлдө. Башҡорт ауылдарынан йәштәр күпләп килеп, шул обекттарҙа эшләп, ситтән килгән халыҡ менән аралашып, эсергә лә ныҡлап өйрәнделәр. Иптәшем эштә йә аммиак менән янып, йә директор менән яғалашып, йә яңы обьектты ебәрә алмай көнө -төнө эшләп, арып ҡайтып “стресс снимать” иткеләне. Яуаплы ИТР, эшселәр кистәрен беҙҙә йыйылып (фатир ҙур, үҙәктә генә) ярһып бәхәсләшеп производство мәсьәләләрен сискән саҡтарҙы күп күрҙем, әлбиттә шешәһеҙ булмай. Мәжлестәрҙе лә “яраттыҡ”. Ул ваҡытта йырлаған ҡайһы бер йырҙар ҙә иҫтә ҡалған:
Беҙ йәшәйбеҙ был донъяла
Йәше менән, ҡарты менән,
Йәше менән, ҡарты менән
Өҫтәүенә ярты менән.


Ярты керә алды менән,
Сығып китә арты менән.
Һуғышабыҙ ярты менән,
Йәрәшәбеҙ литр менән.


Кеше тыуа,тыуһын әйҙә,
Ҡаршы алырбыҙ ярты менән.
Кеше үлә үлһен әйҙәәә (баҫым менән, шатланып),
Оҙатырбыҙ литр менән.


Йә инде, был йыр беҙгә нисихәт итеп яҙылған булған икән дә бит, ә беҙ көлкө йыр тип ҡарағанбыҙ. Унда эсеүҙе бер шаян ғына ҡыланыш күреп, үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлгән йырҙар йырлағанбыҙ икән... Эскесе лә үҙенең алкоголик икәнен белмәй бит, ни тип аңлатһаң да ишетмәй.
Ошо татарса йырҙы йырлап бер-беребеҙҙе ҡеүәтләп, иблис ҡотҡоһына бирелеп, сәкәштергән саҡтар булды:
Бабайны бабай диләр,
Әбине әби диләр.
Чәкәштереп эчик әле,
Чәкәштереп эчик әле,
Барыбер эчә диләр.


Ул заман кешеләре, эскәне лә эсмәгәне лә, ҡунаҡтарҙа үҙҙәре бейеп, йырлап, һөнәрҙәр күрһәтәләр ине әле ул, ә хәҙер бөтәһен дә тамадалар башҡара, шайтан туйы ойоштора. Ҡунаҡтар ҡолаҡтан үтеп табандан сыҡҡан музыка тәьҫирендә һөнәрҙәренән эсеү генә ҡала.
Рюмка тотоп (шуға табынып), теләктәр теләнә. Туйҙарҙа йәштәрҙе лә эсереп, шаршау эсенә беренсе төнөнә ябалар... Шуға күрә күбеһенең тормошо бармай- айырылышалар,бала булмаусылар, ғәрип бала тапҡандар күп (быларының башҡа сәбәптәре лә бар, әлбиттә).


Бигерәк аптыратҡаны - һаман да шул замандағы ғәҙәтте ҡыуған ололар. Араларында улдары йә ҡыҙҙары эскәненә оло ҡайғыла булыуына ҡарамаҫтан, сәбәбе сыҡҡан һайын һый ҡуялар. Мин бер әбейҙәргә (ейәнсәре эсә) барып керһәм, өҫтәлдә ҡиммәтле шараптар... Аҙаҡ миңә шалтыратып фәлән дуҫының үпкәләп ҡайтыуы тураһында әсенеп әйтте. “Мин уға тыуған көнөнә 500 бирҙем, ә ул араҡы ла ҡуймаған” – тип әйтә ти. Кагор, коньяктар менән ҡәнәғәт булмай ҡайтҡан. Өләсәйҙәр эскәс, нишләп балаларың эсмәһен инде?


Ҡайһы берәүҙәр: “Әҙ генә, күңел күтәрелерлек, ҡунаҡтарҙа хужаның күңелен ҡайтармаҫ өсөн генә ҡабам, урамда аунап ятмайым”, – ти. Шунан башлана инде ул... Әҙ-әҙләп эсеүселәр ҡасан да булһа бер сиккә (граница) килеп төртөләләр, һәм хәмерҙән айырыла алмаҫлыҡ хәлгә керәләр (зависимость). Унда инде иблис ҡанына уҡ кереп ултыра. Баҡтиһәң, организм үҙенә кәрәк нормала ашҡаҙандағы ризыҡты эшкәртеү өсөн спирт эшләп сығара. Ә беҙ унда рюмкалап артығын һалып, “производствоның циклына” зыян килтерәбеҙ, системаны емерәбеҙ. Организм спирттың ҙур дозаһына өйрәнеп китә лә, тағы ла күберәкте “һорай”.


Был турала Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәре бар:
“Ниндәй эсемлек һеҙҙе ҙур күләмдә иҫертә, ул һеҙгә бәләкәй күләмдә лә харам”.
"Араҡы эскән кеше - потҡа (идол) табынған кеше кеүек була".
"Аллаһы Тәғәлә хәмерҙе, уны эсеүсене, эсереүсене, һатып алыусыны, һатыусыны, яһаусыны, һаҡлаусыны, ташыусыны һәм үҙенә ташытыусыны ләғнәт ҡылды".


Ғалимдәр әйтеүенсә, баш мейеһенең үҙәк нерв системаһының иң төп дошмандары-хәмер һәм наркотиктар, 80% инвалидтар иҫерек ата-әсәләрҙең өлөшө, ул яман шеш сиренең иң төп сәбәбе, уның ағыуы – йылан ағыуынан да зыянлыраҡ... Э.Дарвин (Ч. Дарвиндың олотаһы) эске ауырыуы нәселдең ике-өс эсмәгән быунынан һуң ғына таҙара башлауы тураһында әйткән.


Әскелектең насар һөҙөмтәләрен әйтеп бөтөрөрлек түгел инде ул. Иң борсоғаны – нәҫел ҡороу, генофонд боҙолоу. Балаларҙың, үҙҙәре эсмәгәненең лә, ғаәләлә, йәмғиәттә вәхшилекте күреп, стресста йәшәп, сәләмәтлек сифаты йоҡарыуына килтерә.


Ололар, урында ултырыусылар, интеллегенттар, яҙыусылар, артистар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Пәйғәмбәребеҙ заманындағы Мәҙинә халҡы кеүек, шайтан үәсүәсәһенән баш тартып, бер юлы спиртлы эсемлектәрҙе сығарып түкһәк ине!


Ә һеҙ, йәштәр, эскән ата-әсәнән, түрәнән үрнәк алмағыҙ, корпоратив кисәләрҙә лә ҡаршы торорлыҡ ихтыяр көсөгөҙҙө ҡулланығыҙ! Һәр кем үҙенә бирелгән тормош юлын үҙе үтә, уны дәрәжәгеҙҙе төшөрмәй, нәҫелегеҙҙе һаҡлап, киләһе быуынға үрнәк булырҙай үткәрегеҙ!


Иблис -Аллаһы тәғәләгә ҡаршы сыҡҡан йән. Уны тыңламай, Аллаһы сөбхәнәкә тәғәлә юлын һайлағыҙ. Ул һәр эшегеҙҙә лә ярҙам бирер.
Зәйтүнә Көҫәпова
Март. 2019.
Читайте нас: