+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2019, 11:25

Былау яратҡандарҙың тамағы туясаҡ. Тик “Евразия” агропаркын ҡайҙан табырға?

31 мартта Өфөлә хәҙер йолаға әйләнгән “Науруз” байрамы ойоштороласаҡ. Байрам сиктәрендә быйыл беренсе тапҡыр былау бешереүселәр бәйгеһе үтәсәк. “Йөҙәр литрлы ун ҡаҙан әҙерләнек, тиҫтәнән ашыу һарыҡ һуйҙыҡ, ҡоро утын өйөлөп ята. Ҡыҫҡаһы, һәр килгән кеше былауға туйып ҡайтасаҡ”, – ти ойоштороусылар.

Байрамда төрлө милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә, оҡшағанын бешерергә өйрәнергә мөмкин. “Науруз”ға ярашлы, иң төп аҙыҡ, әлбиттә, шыттырылған бойҙай. Бойҙайҙы шыттырыу өсөн ун сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк икән. Һеҙгә тәртибен өйрәтәсәктәр.
Байрамдар ҡайҙа үтәсәк, тиһегеҙме? Халыҡтар дуҫлығы проспекты 21, йәғни, “Евразия” агропаркы. Төшөндөгөҙмө? Мин – төшөнмәнем. Һәр хәлдә, Өфөнән Затонға барғанда һулда ҡалған ҙур баҙар түгелме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Сәғәт көндөҙгө 12-лә башланасаҡ. Табырһығыҙ, ун урындан ҡуйы итеп төтөн сығып торһа, тимәк, былауҙы шунда бешерәләр. Ашаған ризығығыҙ хәләл һәм тәмле булһын!

Фото: www.edimdoma.ru
Читайте нас: