+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Март 2019, 12:28

Нисек алкашҡа әйләнмәҫкә? Был һорауға яуапты үҙегеҙ табығыҙ.

Әгәр ғалимдарҙың яҙғандарын уҡый һәм ышана башлаһаң, был донъяла эсеү түгел, ғөмүмән, йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, эсмәйенсә нисек йәшәргә мөмкин? Ауыр, ҡатмарлы һәм мөмкин түгел. Эштә аҙ түләйҙәр, ҡатын аҡса таптыра, балалар – яңы смартфон. Был ауырлыҡтарҙы тик араҡы менән генә еңергә мөмкинме? Мөмкин. Тик эсмәҫкә кәрәк.

Әгәр ғалимдарҙың яҙғандарын уҡый һәм ышана башлаһаң, был донъяла эсеү түгел, ғөмүмән, йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмай. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, эсмәйенсә нисек йәшәргә мөмкин? Ауыр, ҡатмарлы һәм мөмкин түгел. Эштә аҙ түләйҙәр, ҡатын аҡса таптыра, балалар – яңы смартфон. Был ауырлыҡтарҙы тик араҡы менән генә еңергә мөмкинме? Мөмкин. Тик эсмәҫкә кәрәк.
Ә етди әйткәндә, һәр кеше тыумыштан алкашлыҡҡа кандидат һәм беренсе дәғүәсе. Ғалимдар нимә ти инде был хаҡта? Хәҙер үҙем белгәнсә һәм уҡығанса аңлатырға тырышам. Эйе, һәр кеше эскеселек менән ғүмер буйы көрәшә. Ниндәй юл менән? Мәҫәлән, ашау ярҙамында. Һеҙ ашайһығыҙ, аҙыҡ-түлек ашҡаҙанға төшөп ята, эшкәртелә башлай. Беҙҙеңсә әйтһәк, һеңә. Аш һеңдереү еңел эш түгел. Аҙыҡ-түлек йылына, ашҡаҙан аҫты биҙе әүҙем рәүештә ярҙам итә, ҡабул ителгән ризыҡ әсей башлай. Әсегәс нимә эшләй инде? Эйе, мул ғына спирт бүленә. Аҙыҡтың сифатына, калорияһына ҡарап, 7-8, хатта 9-10 градусҡа тиклем спирт сыға һәм бөйөрҙәге биҙҙәргә килеп етә, уларҙы әүҙемләштерә. Бына ошонда барлыҡҡа килә инде “шатлыҡ” ферменттары.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ашап алғас, аҙыҡ-түлекте һеңдергәс, кәйефтәр күтәрелә, күңел йомартлана, тауҙар аҡтарғы, емертеп эшләге, ҡатынды ҡосаҡлағы, балаларҙы яратҡы килә. “Шатлыҡ” ферменттары һеҙҙе шулай күтәрә, ҡыуандыра, дәрт өҫтәй.
Белеп тороғоҙ, юғарыға ҡарағыҙ, бөйөрҙәге биҙҙәр ҡәҙимге эсмәгән кешелә 7-8, һис юғы 9-10 градуста үҙенең эшен теүәл башҡара, йәғни, ҡыуандыра.
Ә хәҙер эскән кешеләр хаҡында. Уларҙың 40 градуслы шайтан һыуы беҙ өҫтә телгә алған бөйөрҙәге биҙҙәрҙе шулай уҡ әүҙемләштерә, хатта ошо юғары градусҡа, йәғни, араҡыға бик тиҙ яраҡлаша. Яраҡлашып ҡына ҡалмай, ошо 40 градусты даими рәүештә талап итә, һорай, теләнселәй. Хәҙер “шатлыҡ” биҙҙәре һеҙ ашаған аҙыҡ-түлеккә, һеҙ әсеткән 7-8, 9-10 градусҡа түгел, хатта һыраға, шарапҡа күтәрелеп тә ҡарамай, боролоп сәләм дә бирмәй, бары тик ҡатырағын, йәғни, араҡыны таптыра.
Эскән кешенең айныҡ килеш кәйефһеҙ сағын күргәнегеҙ бармы? Тамағы туҡ, өҫтәл тулы аҙыҡ-түлек, өҫтө бөтөн, ҡатыны, ирем эсмәгән, балалары, атай айныҡ, тип ҡыуана. Бөтәһе лә бар, ләкин барыһы ла алдатҡыс. Атай айныҡ, тимәк, бөйөрҙәге биҙҙәр ғаиләнең ҡыуанысын уртаҡлашмай, “шатлыҡ” ферменттары бүлмәй. Шуға күрә атайҙың кәйефе юҡ, бер ҙә юҡтан ҡатынына екерҙе, балаһын этеп ебәрҙе, туҙына башланы. Бер мәл эсендә өйҙәге именлек, шатлыҡ-ҡыуаныс юҡҡа сыҡты. Ниндәй ҡыҙғаныс күренеш. Һеҙ шуның булыуын теләйһегеҙме? Теләмәһәгеҙ, эсмәгеҙ. Был донъя матур, эсмәйенсә лә йәшәп була. Шатлыҡ-ҡыуанысҡа ризыҡланып йәшәп тә өлгәшергә мөмкин.
Читайте нас: