-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2019, 20:29

БӨГӨН ИҢ КҮҢЕЛЛЕ КӨН. Ә УКРАИНАЛА БЕҘГӘ ҠАРАҒАНДА ЛА КҮҢЕЛЛЕРӘК.

Бар донъя таң ҡалып Украиналағы мәрәкәләрҙе күҙәтә. Яраталар унда күңелле йәшәргә. Ике тиҫтә йыл эсендә Европаның иң алдынғы илдәренең береһен бөлдөрөү өсөн нимәләр генә ҡыйланманылар. Шулай ҙа күңелле генә түгел, ныҡ халыҡ йәшәй икән Украинала.

Юғиһә, Президент вазифаһына шоумен һәм комикты һайларға йыйынмаҫтар ине. Тәүге һөҙөмтәләр буйынса иң ҙур күрһәткес – 30 процент самаһы – Владимир Зеленский иҫәбендә. Икенсе урында Петр Порошенко, унан ҡала Юлия Тимошенко. Ҡыҫҡаһы, тормош яҡшыра, йәшәүе күңеллерәк була бара.
Әйткәндәй, бөгөн йылдың иң күңелле көнө. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үҙебеҙҙең шоумен һәм комик, юморист Мар. Сәлим тамаша йыя. Билеттер бер аҙна элек үк бөттө, тинеләр. Ҡайһы бер ойошмаларҙа билеттарҙы йәрәбә ярҙамында бүлешкәндәр. Бер нисә ғаилә тарҡалған, сөнки саҡырыу ҡағыҙҙары таба алмағандар. Концерт әле башланмаған, әллә күпме мажара.
Марсель Шәйнур улы үҙе Владимир Зеленский менән күптән таныш икән. Хатта икәүләшеп бер нисә наградаға лайыҡ булғандар.
Ҡалғандарын тамашаны ҡарағас, үҙегеҙ күрерһегеҙ.

Читайте нас: