-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель 2019, 20:40

ӘХМӘР ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. "БУРАНБАЙҘЫ ҺАҒЫНҒАНДА — 4"

Әрмегә миңә иң күп хат яҙған кеше Буранбай булды. Көн һайын. Ә хаттарына килгәндә... Ҡайһы ваҡыт ҡағыҙҙың иң аҫтында: "Һаумы! Нимә ҡарап ултыраң ул?" — тип кенә яҙыла. Ҡайһы саҡ: "Ошо ҡағыҙға миңә хат яҙ", — тип кенә сәләм ебәрә. Тамам ҡөтдәгә сыҡты. Почта ташыусы үзбәк Эркин Иногамжанов хат өсөн бер ҡап тәмәке һорай. Тәмәке бирмәһәң, хатты алырмын тимә. Тамам расходҡа һуҡты был Буранбай. Бер мәл ошо шиғыр килде: Ир һымаҡ ҡатын яҡшымы, тип тә, Ҡатын һымаҡ ир яҡшымы, тип тә һорама. "Кикирикүк!" тигән тауыҡтың да, Тауыҡ тапамаған әтәстең дә Муйындарын шундуҡ боралар...

Әрмегә миңә иң күп хат яҙған кеше Буранбай булды. Көн һайын. Ә хаттарына килгәндә... Ҡайһы ваҡыт ҡағыҙҙың иң аҫтында: "Һаумы! Нимә ҡарап ултыраң ул?" — тип кенә яҙыла. Ҡайһы саҡ: "Ошо ҡағыҙға миңә хат яҙ", — тип кенә сәләм ебәрә. Тамам ҡөтдәгә сыҡты. Почта ташыусы үзбәк Эркин Иногамжанов хат өсөн бер ҡап тәмәке һорай. Тәмәке бирмәһәң, хатты алырмын тимә. Тамам расходҡа һуҡты был Буранбай. Бер мәл ошо шиғыр килде:
Ир һымаҡ ҡатын яҡшымы, тип тә,
Ҡатын һымаҡ ир яҡшымы, тип тә һорама.
"Кикирикүк!" тигән тауыҡтың да,
Тауыҡ тапамаған әтәстең дә
Муйындарын шундуҡ боралар...
Ағайҙың холҡон яҡшы беләм. Уның үҙенән дә хәтәрерәк төрттөрһәң генә еңеп буласаҡ. Маҡсатым: һалдат бюджетымды һаҡлау һәм хат килеүгә бәйле ҡыҫыр шатлыҡтан арыныу. Хатына ҡаршы хат ебәрҙем, үҙе һымаҡ шиғыр менән:
Ир яҡшымы, әллә ҡатын микән,
Әтәс шәпме, әллә тауыҡмы?
Ошо хаҡта фекер йөрөтәйек,
Һалып барлыҡ уйҙы, зауыҡты.
Ир булмаһа, йәле, ниндәй ҡатын
Бармы беҙҙә бәпәйләгәне?
Әтәс үлһә, тауыҡ меҫкендәрҙең
Йомортҡаһы тәгәрләгәне?
Эх, бар икән, ирһеҙ ҡатындар ҙа
Ҡуя ҡайсаҡ беҙҙә бәпәйләп.
Әтәс үлһә, тауыҡ меҫкендәр ҙә
Күрше йортҡа сыға тәпәйләп...
Тимәк ир һәм әтәс яҡшы...
Читайте нас: