+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апрель 2019, 11:12

Мар. Сәлим барыһын да таң ҡалдырҙы. “Башҡортостан”дың бындай тамашаны күргәне юҡ ине әле.

Кисәнең уртаһында юбилярға һәм залға Украинаның 21 апрелдән һуң буласаҡ президенты Владимир Зеленскийҙың “Skype” аша туранан-тура мөрәжәғәте барыһының да һушын алды һәм күмәк алҡыштарға күмелде.

1 апрель – көлкө көнөндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында мәшһүр шоумен, атаҡлы юморист, барыбыҙға мәғлүм тел оҫтаһы Марсель Сәлимов бығаса күрелмәгән тамаша ҡылды.
Был концерттың бөгөндән үк йыл ваҡиғаһына әйләнеүе бик ихтимал. Йөҙҙәрсә кеше залға инә алманы, саҡырыу ҡағыҙҙары барыһына ла етмәне, билет алып та, тамашаны ҡарай алмағандарҙың һаны иҫәпһеҙ. Тәртип урынлаштырыу өсөн полицияның өҫтәлмә нарядтарын саҡырырға, ОМОНды эшкә ҡушырға тура килде. Улары иһә, аҙ ғына булһа ла тәртип урынлаштыраһы урынға, үҙҙәре аяғүрә булһа ла тамаша ҡылыуҙан ары китмәне.
Тамаша үҙе билдәләнгән ваҡыттан ике тапҡыр артығыраҡ барҙы, залдың күмәк көлөүенән түшәмдәге люстралар һелкенеп, өҙөлөп төшә яҙҙы.
Кисәнең уртаһында юбилярға һәм залға Украинаның 21 апрелдән һуң буласаҡ президенты Владимир Зеленскийҙың “Skype” аша туранан-тура мөрәжәғәте барыһының да һушын алды һәм күмәк алҡыштарға күмелде.
Көлкө кисәһенең төп ғәйепләнеүсеһе Марсель Сәлимов үҙенең шатлығын йәшермәне, күҙ йәштәре аша тамашасыларына ихлас рәхмәттәрен белдерҙе. Әйткәндәй, беҙ үҙебеҙ концертта була алманыҡ, ләкин шулай шәп үткәндер, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: