-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2019, 17:33

Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе уйындан мәхрүм итмәгеҙ. Тәүәккәлдәрҙе тос бүләктәр көтә.

8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ойошторған уйыныбыҙ, һеҙгә нисектер, беҙгә оҡшаны. Алдан әйтеүебеҙсә, һеҙҙең теләктәрҙе иҫәпкә алып, дауам итергә теләйбеҙ. Бәхетлеләрҙе телевизор, 4 планшет, китаптар, балалар уйынсыҡтары (ейән-ейәнсәрҙәрҙе лә онотмайыҡ), тамашаларға билеттар һәм башҡа бүләктәр көтә. Шарттар былайыраҡ:

1-се аҙым: ошо яҙманы үҙеңдең сәхифәңә күсереү;
2-се аҙым: “Ағиҙел” журналы төркөмөнә яҙылыу;
3-сө аҙым: “Ағиҙел” йә “Һәнәк” журналдарына яҙылыуығыҙ тураһында абонементты фотоға төшөрөп, ошо һылтанмаға
(https://vk.com/topic-160399505_39951297) күсеп, беркетегеҙ.
Бүләк алырға килгәндә паспорт менән абонементты күрһәтеү мотлаҡ.
Хәҙер яҙылыу рәүеше һәм хаҡтар хаҡында. Юғарыла әйтеүебеҙсә, почта аша икенсе ярты йыллыҡҡа (“Ағиҙел”гә – 726 һум 12 тин, “Һәнәк”кә – 486 һум 84 тин), электрон форматта (“Ағиҙел”гә – 534 һум, электрон яҙылыу һылтанмаһы:

“Һәнәк”кә – 462 һум, электрон яҙылыу һылтанмаһы:

Бынан тыш, редакцияның үҙендә, беҙҙең таратыусыларыбыҙ аша Мәләүез, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән район-ҡалаларында (“Ағиҙел”гә 510 һумға, “Һәнәк”кә 430 һумға) альтернатив ысул менән яҙылырға мөмкин.
Уф, төшөндөрә белдекме? Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә интернет аша туранан-тура мөрәжәғәт итегеҙ. Әйткәндәй, журналдарыбыҙға альтернатив юл менән яҙылыусылар уйында автоматик һәм мотлаҡ рәүештә ҡатнашасаҡ.
Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеүсе “Шәжәрә” үҙәге (яуаплы мөхәррире Салауат Хәмиҙуллин) “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына яҙылыусыларға һәм тағы бер кешене яҙылырға ярҙам итеүсегә һеҙ ҡараған ырыу хаҡында китап бүләк итә.
Хаталар һәм һорауҙар булмаһын өсөн исемлекте видеоға төшөрөп, уйынды рандом ярҙамында асыҡтан-асыҡ, үтә күренмәле шарттарҙа ойошторасаҡбыҙ. Исемлекте барлау 13 майҙа 14:00 сәғәттә онлайн трансляция рәүешендә үтәсәк. Тәүге отош 14 май 12:00 сәғәттә шулай уҡ онлайн трансляция рәүешендә башланасаҡ. Теләүселәр редакцияға килһә һәм ярҙам итһә, шатланасаҡбыҙ.
Әйткәндәй... Салауат Әбүзәрҙең “Күктән төшкән кеше” повесы “Кисенбикә юлы” һымаҡ популяр булмаҡсы. Повестан өҙөктө бер тәүлек эсендә ике меңдән ашыу кеше ҡараған, йөҙләп “лайк” ҡуйған, йөҙҙән ашыу – уҡыған. Мөхәрририәт повесты журналдың 7-се, 8-се, 9-сы һандарында тулы килеш баҫырға булды.

Читайте нас: