-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Апрель 2019, 10:20

Ҡулға алынған элекке министр Евгений Гурьев “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы түгел. Һәр коррупционерҙан фирҡә тамғаһын эҙләргә кәрәкмәй.

Ҡайһы бер комментарийҙарҙа ошо аҙнала ҡулға алынған элекке министр “Берҙәм Рәсәй” ағзаһы. Шулай булғас, уға ҡаты яза булмаясаҡ, тигән фекерҙәр ишетелеп ҡалды.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров белдереүенсә, элекке министр фирҡә ағзаһы булмаған. Етәксенең әйтеүенсә, прокурор тикшереүе һөҙөмтәһендә хакимиәттәрҙең биш башлығы өйөнә бикләп ҡуйылған. Дәүләт милкен уңлы-һуллы таратыу туҡтатылған. Мәҫәлән, “Башавтотранс”, “Башҡортостан” нәшриәте арзан хаҡҡа һатыуҙан туҡтатылған. Министрҙарға килгәндә, Хөкүмәттең 26 ағзаһының бишәүһе генә “Берҙәм Рәсәй” ағзаһы.
Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, коррупцияға ҡаршы көрәш ғәмәлдә тормошҡа ашырыла.
Фото:
Читайте нас: