Ҡыҙыбыҙҙан бер кис: "Мин яратам һине, атай", тип әйтеүен үтендем. "Атай, мин һине яратам", - тине лә, ҡоласын йәйеп, ҡосаҡлап алды Айсулпаныбыҙ. Эт күңеле - бер һөйәк, китте ауыҙым йырылып! Мине ҡыуандырған ике сәбәптең береһе ҡыҙымдың йылы һүҙ әйтеүе булһа, минең тарафтан тәртиптәре буталған һүҙҙәрҙе рәтләп, матур һөйләм итеп теҙеүгә өлгәшеүе миңә, дөрөҫ һөйләү, тип янған кешегә, икеләтә тантана, кинәнес ине.
Ғалим, хәҙер хаҡлы ялдағы яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Вәкил Исмәғил улы Хажин гел ҡабатлай торғайны, балалар, грамматиканы өйрәнмәһәләр ҙә, һөйләмде дөрөҫ төҙөй. Уларға грамматика уҡытам, тип кенә тырышырға кәрәкмәй. Йәғни, ул да кәрәк, телмәр үҫтереү ҙә. Иң мөһиме, баланың телде тойоп үҫеүенә булышлыҡ итергә генә кәрәк. Уның һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн үҙ миҫалы менән дәлилләргә ярҙам итте ҡыҙыбыҙ.