-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель 2019, 13:35

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. "БУРАНБАЙҘЫ ҺАҒЫНҒАНДА — 7"

1989 йылдың аҙағында Буранбай дуҫыбыҙҙың "Берләм һуҡмаҡтар" тигән "дөйөм ятаҡ" та "Тормош боролоштары" тигән баш аҫтында хикәйәләр, лаҡаптар, була яҙған хәлдәренән торған китабы сыҡты. Китабын әҙерләп йөрөгәндә туҙынып китте лә, шулай тип әйтеп һалды...

– Йәнде көйҙөрһәләр, алдым булды китабымды нәшриәттән. Гарбачтың "Эскелеккә ҡаршы көрәше"нә һылтанып, эсеүҙе һүрәтләгән хикәйәләремде бөтөнләй алып ташларға йә ул урындарын хикәйәнән алып ташларға ҡушалар...
– Һуң, йәлме ни, һыҙ ҙа ташла ул урындарын хикәйәләреңдең, – тип кәңәш бирҙем.
– Бөтә бәлә шунда шул: хикәйә геройҙарымдың ҡылыҡтарын бер нисек тә айныҡ кешенеке тип әйтеп булмай. Хатта араҡыны ҡымыҙға алмаштырып ҡараным...
– Шунан?
– Ултырған да шыуған. Во-первых, уларҙы ҡымыҙ эсереп иҫертеп, ундай ҡылыҡтар эшләтер өсөн кәмендә йылҡысылыҡ фермаһы кәрәк, во-вторых, ҡымыҙ барыбер ҙә уҡыусыны ышандырмай...
...Китабында эскелеккә бәйле яҙмаларын алып ташланы ул. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ. Уларҙан спирт еҫе сыҡмаһа ла, "Буранбайлыҡ" аңҡып тора!
Читайте нас: