-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель 2019, 18:05

Мәңгелектең асты ишеген.

Бикбай киткән... Ҡабул итмәй күңел,Еңел түгел ҡабул итеүе.Мөмкин түгел!.. Юҡ, юҡ, мөмкин түгел,Арабыҙҙан Уның китеүе.

Бикбай киткән... Ҡабул итмәй күңел,
Еңел түгел ҡабул итеүе.
Мөмкин түгел!.. Юҡ, юҡ, мөмкин түгел,
Арабыҙҙан Уның китеүе.
Беҙҙең менән булды һәр саҡ шағир,
Беҙҙең менән ғүмер итәсәк.
Беҙҙән һуң да Уны килер быуын
Киләсәккә алып китәсәк.
Бикбай булды, бар һәм буласаҡ ул, –
Йәрәгендә йәшәр кешенең!
Юҡ, үлмәне шағир! Ул бары тик
Мәңгелектең асты ишеген.
ӘБҮЗӘР.
Читайте нас в