+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2019, 18:56

Луиза былар эргәһендә гонаһһыҙ икән. Өфөлә ике ҡатын халыҡтан йыйған 315 миллионды һеңдергән.

Ҡабаланмағыҙ, йәмәғәт, ашыҡмағыҙ, әлегә Луиза һәм уның ғаиләһе хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ. Борсолмағыҙ, булыр, табырҙар, тере булһа, ултыртырҙар.

Ҡабаланмағыҙ, йәмәғәт, ашыҡмағыҙ, әлегә Луиза һәм уның ғаиләһе хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ. Борсолмағыҙ, булыр, табырҙар, тере булһа, ултыртырҙар.
Ә бына Өфө ҡалаһында бер ҡатын бәләкәй генә фирма асып ебәргән, тәүге клиенттарына хатта ике-өс тапҡыр арттырып, табыш түләгән. Был хаҡта ишетеп ҡалған ябай халыҡ ябырылған, миллиондарын тотоп, ҙур ғына сират барлыҡҡа килгән. Аҙмы-күпме, 43 кеше 187 миллион һум аҡсаһын үҙ ихтыяры менән, ҡыуана-ҡыуана тоттороп ебәргән. Ә ҡатын аҡсаны мул ғына итеп тотоноп та бөткән.
Юҡ, йәмәғәт, беҙҙә йүләрҙәрҙе сәсеп үҫтермәйҙәр, уларҙы беҙ үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Теге ҡатын үҙенә әшнә итеп тағы бер ҡатынды йәлеп иткән. Икәүләшеп, дәртләнеп тотонғандар һәм байтаҡ кешенән (асыҡ ауыҙҙарҙан, тип әйтке килә) 128 миллион һум аҡса йыйып өлгөргәндәр. Бының өсөн икенсе кеше исеменә ялған фирма ла ойошторғандар. Аҡса күпме генә булмаһын, ҡырын эш тиҙ асыла, фашлағандар теге ике ҡатынды, ҡулға алғандар. Халыҡ йөрөй ҡыуанып, бурысты ҡайтарыуға өмөтләнә. Юҡ инде аҡсалар, тегеләр тотоноп бөткән.
Икеһен дә оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә япҡандар. Биш-алты йылдан сығасаҡтар,
аҡсағыҙҙы һорап, үҙҙәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: