+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Июнь 2019, 11:16

Сәхнәләге “Бомба” шартланы. Ярсыҡтары беҙҙе урап үтһен.

Кисә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле драматург Салауат Әбүзәрҙең “Бомба” пьесаһы буйынса ҡуйылған комедия-фарс премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Салауат Әбүзәрҙе тамашасылар күптән яратып өлгөрһә, йәш режиссер Фирғәт Ғариповтың тәүге эше уның өсөн ҙур һынау булды. Һынатманы Фирғәт, маладис! Тамашасылар “Бомба”ға ҙур киләсәк юрай. Рәүис Заһитов, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Гүзәл Маликова, Азамат Ғафаров уйнаған өсөн генә түгел, ғөмүмән, сәхнәләштерелгән ваҡиға беҙҙең өсөн таныш, беҙ уны көн һайын күреп, тойоп, уртаһында ҡайнап йөрөйбөҙ. Хатта, ваҡыты менән, сәхнә һәм тамаша залы араһында сиктәр юҡҡа сыҡҡан һымаҡ. Комедия – комедия инде, Әбүзәр уны ҡора белә, тамашасы – ҡабул итә.

Кисә зал шығырым тулы булды. Ә беҙ йәйгеһен тамашасы баҡсаға китә, кеше йыйыуы ҡыйын, тип аҡланған булабыҙ. Шыпа дөрөҫ түгел. Тамашасы ярата театрҙы, айырыуса, тормоштан алынған комедияларҙы үҙ итә.
Ошо аҙнала баш театрыбыҙ 99-сы миҙгелен яба. Алда – 100-сө театр миҙгеле. Ә әлегә хушлашабыҙ. Көҙгә тиклем, ҡәҙерле дуҫтар! Ә ҡәләмдәшебеҙ – Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәрҙе сәхнәләге сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: