0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июль 2019, 10:35

Флүр Ғәлимов драматургтар семинарында ҡатнашты. Ҡәләмдәшебеҙ ижады бик матур баһа алды.

Флүр Ғәлимов драматургтар семинарында ҡатнашты. Ҡәләмдәшебеҙ ижады бик матур баһа алды. Татарстанда драматургтарҙың Туфан Миңнуллин исемендәге II Рәсәй семинары үтте. Семинарҙа Татарстан, Башҡортостан, Марий Иле, Удмурт республикаларынан утыҙлап драматург һәм режиссер ҡатнашты. Семинарҙың инициаторы булып Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлихов тора. Ике көн барған шаҡтай ҡыҙыҡлы семинарҙа Рабит Батулла, Ләбиб Лерон, Флүр Ғәлимов, Хәлисә Мөҙәрисова, Илдар Хәйруллин, Илдар Вәлиев ҡатнашты.

Эш тәртибе былай ҡоролғайны, драматург әҫәрен уҡый, һуңынан әҫәр буйынса фекер алышыу ойошторола. Флүр Ғәлимов үҙенең яңы әҫәрен – “Ҡаялар ишелгәндә” драмаһын уҡып ишеттерҙе. Семинарҙа ҡатнашыусылар авторҙың башҡалар күҙенә эләкмәгән тормош нескәлектәрен, ваҡиғаларҙы асыу өсөн ҡулланылған ым-ишараларын бик уңышлы тип тапты.
Читайте нас: