Ял алып, путевка эләкетереп, Төркиәгә ыңғайлар булһағыҙ, яратҡан бесәйегеҙҙе, йәки тормошоғоҙҙоң бер яуаплы өлөшө булған этегеҙҙе ун-ун ике көндән имен-аман күрер өсөн ҡунаҡханаға тапшырып оса алаһығыҙ. Хаҡтар түҙерлек, урындар һәм уның кимәле – люкс һәм ярым-люкс. Дөрөҫ булһа, шунда уҡ сират барлыҡҡа килгән, хатта үҙенең һыйырын һәм атын, йәки яратҡан сусҡаһын тәҡдим итеүселәр ҙә табылған. Миңә ҡалһа, ҡунаҡхана хужалары арзан хаҡ тәҡдим итеп, ҙур хата ебәргән, йә был үҙенә күрә рекламаның бер төрө генә. Шарттар урамдағы асарбаҡтар көнләшерлек. Эт һәм бесәйҙәрҙе юғары белемле мал докторҙары хеҙмәтләнлдерсәк, көн һайын өс тапҡыр “Вискас” һәм “КитеКет” ашатасаҡ, прогулкаға йөрөтәсәк, ҡулдарына алып иркәләйәсәк.
Эх, бындай тормош кешеләргә эләкһә ине! Ниндәй күңелле булыр ине!
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ тигәс, ҡалаға барып юлыҡмағыҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһының был эт һәм бесәй ояһына бер мөнәсәбәте лә юҡ. Сөнки ҡунаҡхана район ветстанцияһы тарафынан асылған.
Һиҙәһегеҙме, ҡунаҡхананы уйынлы-ысынлы ғәйепләргә тырышһам да, дәлилдәр улай уҡ көслө түгел.
Ҡулдарынан килгәс, әйҙә, асһындар. Көнбайышта ундай йорттар күптән эшләй һәм табыш килтерә. Беҙгә лә өйрәнергә ваҡыт. Бәлки, урамда йөрөгән эйәһеҙ эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә ҡунаҡханаға урынлашыу шарттары менән таныштырырға кәрәктер. Әлбиттә, аҡсалары булһа. Аҡса тигәндән, урынлашыу буш түгел, хеҙмәтләндереү, сифатына һәм кимәленә ҡарап, 300 һумдан 600 һумға тиклем. Рәхим итегеҙ, һеҙҙе көтәләр, хөрмәтле эттәр һәм бесәйҙәр. Был ҡунаҡханаға әлегә реклама етмәй. Реклама һәр бағана һәм ағас төбөндә булырға тейештер. Ни өсөн, тиһегеҙме? Теге, йәки был эт бағана төбөнә тамға һалған арала ҡунаҡхана тураһында иғлан менән дә танышып өлгөрһөн.
Мөмкинлектән файҙаланып, Салауат Әбүзәрҙең “Эт йылында бер этлек ” исемле шиғырын тәҡдим итмәксебеҙ.
Беҙ ҙә эттән артыҡ түгел,
Берәй һөйәк ҡалмаҫмы тип,
Кем хужаға ҡойроҡ болғай,
Ниндәй генә хәлгә төшмәй,
Башҡаларҙы тешләй-тешләй.
Тик барыбыҙ бәйләнгәнбеҙ –
Эт булһаҡ та өмөт булһын,
Байрам менән һеҙҙе, эттәр!