+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июль 2019, 13:11

Дөрөҫ булһа, пальма майына һалым ташламаларын бөтөрәләр. Унан башҡа нисек йәшәрбеҙ икән?

Рәсәйҙә, һөйләүҙәренә ҡарағанда, пальма майы ҡушылмаған һөт, кондитер ризыҡтары юҡ икән. Эйе, арзан булғаны өсөн пальма майын һөт ризыҡтары, кондитер изделиелары етештереүселәр ифрат ярата. Ни өсөн арзан? Сөнки бынан 15 йыл элек Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Рәсәй халҡының ашҡаҙанын һәм һаулығын ҡайғыртып, пальма майына ташламалы ставка индергән. 15 йыл буйы беҙ пальма майы ҡушылған, халыҡ яратып ашаған ризыҡтарҙы ыһ та итмәйенсә ашаныҡ һәм күптәребеҙ әле булһа йөрөп ята. Ни өсөн йөрөп ята? Сөнки улар пальма майының зыянлы, ғүмер өсөн хәүефле икәнлеген белмәй.

Ниһайәт, был хаҡта һуңғы йылдарҙа асыҡтан-асыҡ һөйләй башланылар, күпселеге Африканан килтерелгән майға ҡаршы көрәш астылар.
Бөгөн
Дәүләт Думаһында пальма майына ташламарҙы бөтөрөү хаҡындағы закон проекты
беренсе уҡыуҙа ҡарауға тәҡдим ителәсәк. Ни өсөн ҡараласаҡ? Сөнки күпселек халыҡ
үҙенең һаулығы тураһында хәстәрлек күрә, пальма майынан баш тартырға теләй. Ә
Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәрен һайлаған халыҡты яратамы, юҡмы, быныһын бөгөн
кискә белербеҙ.
Читайте нас: