Ташҡа баҫылған, телдән ысҡынған яла өсөн генә түгел, интернет аша әхлаҡи зыян килтергән өсөн дә яуап бирергә тура килә. “Башспирт” йәмғиәте билдәле Өфө блогерының интернетта яҙған һүҙҙәрен яла яғыу тип тапҡан һәм уны судҡа биргән.
“Башспирт” Рәсәйҙә иң ҡеүәтле һәм етештереүсәнле йәмғиәт иҫәпләнә. Рәсәй баҙарында спиртлы эсемлектәр* буйынса уның биләгән өлөшө 8 процент тәшкил итә. Былтыр һәм быйыл йәмғиәттә менеджмент үҙгәрҙе һәм яңы идарасылар килде. Башҡаса мөмкин түгел, Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр баҙарында көндәшлек көслө, “Башспирт” үҙенең элекке яуланған позицияларын юғалта башланы. Йәмғиәт иң күп һалым түләүсе предприятеларҙың береһе. “Башспирт”тан белдереүҙәренсә, блогер факттарҙы бик иркен файҙаланған һәм яла яғыуға юл ҡуйған.
*редакция айыҡ тормош яҡлы һәм спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләйгә баш тартырға саҡыра.