+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июль 2019, 11:36

Яҡташыбыҙ Инна Чурикова реанимацияла. СССР-ҙың халыҡ артисткаһы спектакаль ваҡытында сәхнәнән ҡолап төшкән.

СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Инна Чурикова “Рус йыры” театрында спектакль ваҡытында ҡолай һәм ҡабырғаларын һындыра. Әлеге ваҡытта ул Н. В. Склифосовский исемендәге Тиҙ ярҙам институтында реанимацияла ята.

Табиптарҙың әйтеүенә ҡарағанда, халыҡ артисткаһы өсөн ҡурҡыныс юҡ. Бер нисә көндән уны айырым палатаға күсереүҙәре ихтимал. Әлбиттә, Инна Чурикованың өлкән йәштә булыуын иҫәпкә алғанда, бындай яралар тиҙ генә үтмәй.
Инна Чурикованың Башҡортостанға, атап әйткәндә, Бәләбәй ҡалаһына мөнәсәбәте бар. Бәләбәйҙәр уны үҙҙәренеке тип иҫәпләй һәм йыш ҡына тыуған яҡтарына ҡунаҡҡа саҡыра. Үкенескә ҡаршы, атаҡлы актрисаның эше бик тығыҙ булыу сәбәпле, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанға килә алғаны юҡ.
Читайте нас: