РФ Иҡтисади үҫеш министры Орешкин әфәнде быға тиклем күптән билдәле булған “асышы” менән таң ҡалдырҙы. Әгәр уға ышанһаң, Рәсәй халҡы кредиттар һаҙлығына батҡан икән.
Беҙгә был хаҡта күптән билдәле. Бөтә донъя кредит иҫәбенә йәшәй, тигән һылтау менән Рәсәй халҡын күптән инде мәңге сыға алмаҫлыҡ бурысҡа батырҙылар.
Алдағы яҙмаларыбыҙҙың береһендә Рәсәй банктарының быйыл алты айҙа, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 634 миллиард һум урынына 1 триллион һумдан артығыраҡ табыш алыуҙары хаҡында яҙғайныҡ инде.
Мәғлүм булыуынса, хәҙер Рәсәйҙә банктар һаны 400 самаһы иҫәпләнә. Бер ҡараһаң, 1 триллион табыш 400 кредит учреждениеһы өсөн әллә ни күп түгел һымаҡ. Күптәр, бәлки, белмәйҙер, халыҡтан талап алынған триллион һумдың яртыһы, тип әйтерлек, “Һаҡлыҡ банкыһы” – “Сбербанк” иҫәбенә тура килә. Бына шулай тормошҡа ашырыла йәш капитализм төҙөүсе Рәсәйҙә банктар монополияһы.
Шулай булғас, Орешкиндың киҫәтеүенә ғәжәпләнеү урынһыҙ һымаҡ. Кредиттар көрсөгөнөң ул 2021 йылда шартлауы мөмкин, тип киҫәтә.
Киҫәтеү генә етерме икән? Иҡтисадсылар был хаҡта ни уйлай? Ҡулланыу кредиттары йылына 15-25 процент тәшкил иткәндә, барлыҡ кредиттарҙы ла, башҡа илдәрҙәге һымаҡ, 2-3, һис юғы 7-8 процентҡа төшөрөү ярҙам итмәҫме икән?