Кисә Украинала Юғары Радаға һайлауҙар тамамланды. Украина президенты Владимир Зеленский үҙенең еңеүен нығытырға һәм ҡулай Рада (парламент – ред.) булдырырға теләй. Әлегә тауыштарҙың өстән бер өлөшө самаһы ғына эшкәртелгән. Әлегә Зеленский партияһы – 43 процент самаһы, Рәсәй яҡлы тип иҫәпләнгән оппозицион платформа 13 процент, Порошенко партияһы 9 процент, Тимошенко партияһы 8 процент самаһы тауыш йыя.
Юғары Радалағы урындар түбәндәгесә бүленә: Зеленскийҙың “Халыҡ хеҙмәтсеһе ” – 227 урынға, Рәсәй яҡлы тип иҫәпләнгән “Тормош” партияһы 43 урынға, Порошенконыҡы – 27, Тимошенконыҡы 26 урынға дәғүә итә ала. Әлегә 5 процентлыҡ кәртәне дүрт партия ышаныслы үткән. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, хәҙерге президент Владимир Зеленский үҙенең маҡсатына өлгәште: уның ҡарамағында ҡулға өйрәтелгән Рада һәм ауыҙына ҡарап торған Хөкүмәт.
Һайлауҙың иң мөһим һөҙөмтәһе: Украина халҡы һуғыштан, низағтарҙан, үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлауҙарҙан арыған. Владимир Зеленский яҡлыларҙың ике тапҡыр еңеүе халыҡта киләсәккә өмөт уята. Ә бына Зеленский яҡлылар был ышанысты аҡлармы? Ошо һорауға яуап биреү әлегә еңел түгел. Көтәйек, ваҡыт күрһәтер. Шуныһы мөһим, Порошенконың Европаға һәм НАТО-ға ынтылышы, Тимошенконың милләтселеккә ҡоролған сәйәсәте шаҡ ҡатырғыс еңелеүгә дусар булды. Ә әлегә шуға шөкөр итәйек.