+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2019, 14:37

Һыра түгел, һыу тип уйлайҙармы икән? РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы өр-яңы тәҡдим менән сығыш яһамаҡсы.

Һыра түгел, һыу тип уйлайҙармы икән? РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы өр-яңы тәҡдим менән сығыш яһамаҡсы. Министрлыҡтың “аҡыллы баштары” һыраны алкоголле эсемлектәр исемлегенән алыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Ҡыҫҡаһы, коммунистар тиҫтәләрсә йылдар буйы тормошҡа ашыра алмағанды капитализм министрҙары бер һуғыуҙа ысынбарлыҡҡа әүерелдермәксе.

Министрлыҡтың “аҡыллы баштары” һыраны алкоголле эсемлектәр исемлегенән алыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Ҡыҫҡаһы, коммунистар тиҫтәләрсә йылдар буйы тормошҡа ашыра алмағанды капитализм министрҙары бер һуғыуҙа ысынбарлыҡҡа әүерелдермәксе.
Һыра кеүәҫ, газлы, минераль, һ.б., һ.б. һыуҙар менән бер сафта торасаҡ, тимәк, уны ҡулланыу, һатыу йәһәтенән сикләүҙәр булмаясаҡ.
Ғалимдар күптән инде “һыра алкоголизмы” тураһында оран һалғанда РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының был аҙымы беҙҙең йәмғиәттең һаулығына һәм киләсәгенә балта менән тондороуға бәрәбәр.
Бәлки, беҙ юҡҡа борсолабыҙҙыр. Һыраны һыу итергә теләүселәр маҡсаты, әлбиттә, тормошҡа ашмаҫ. Шулай ҙа киләсәк өсөн борсолдора. Тағы ниндәй баш етмәҫлек тәҡдимдәр ишетелер икән?
Читайте нас: