+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Июль 2019, 15:25

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 230-СЫ КҮҘӘТЕҮЕМ: “Ялҡау бәхетле буламы?”

Студент саҡтың йәйге каникулын икенсе һүҙ менән “Бесән мәле” тип тә атарға мөмкиндер. Тик, ниңәлер, мин ауылға ҡайтып бесәнгә барыуым була һәр ваҡыт ямғыр яуырға тотона. Атайым шаяртып: “Һин кире Өфөгә китмәһәң, бесән эшләй алмаҫбыҙ микән?”— тип үҙенә генә хас кинәйә менән күҙ ҡыҫа. Күп саҡта шулай ҙа була: мин август аҙағында Өфөгә йыйынған көндөң иртәһендә көн аяҙып китеп, Ҡояш апай йылмая. Ҡустыларым мине был осраҡта: “Ялҡау бәхетле була инде”,— тип үсекләп оҙатып ҡала ине...

Хәҙер инде донъялар алмашынды һымаҡ. Бына бер нисә йыл рәттән мин отпускаға тип ауылға ҡайтҡанда көндәр тышҡа сыҡҡыһыҙ эҫе тора ла, мин баш ҡалаға юлға сыҡҡанда ямғыр яуырға тотона. Әгәр ҙә элекке заман булһа, ҡустыларым: “Ялҡау бәхетһеҙ була”, — тип оҙатыр инеме икән, тип уйлайым хәҙер.
Әхәт Ишбулатов фотоһы.
Читайте нас: