Элек Барҙымса битләүендә бесән сапҡан Әкрәм ағай һөйләүенсә, бында төндәрен кешенең күңеленә шом һалып, Шүрәлеләр һаһылдап ҡысҡырып йөрөй имеш. Әммә Шүрәле тигәндәре "һа-һа-һа"лап йөрөүсе япалаҡ ҡына. Ә бына айыуға килгәндә, ысынлап та, тау битләүендә айыуҙың аунап ял иткән, тамырҙар ҡаҙып алған ерҙәре бихисап. Береһенә инеп үҙем дә аунап алдым. Иң ҡыҙығы: айыуҙың "толерантлы" булыуы. Тау битләүендә бихисап сабынлыҡтар, унда йәй айҙарында кешеләр күп йөрөүгә ҡарамаҫтан, Барҙымса айыуы уларға ҡамасауламаҫҡа тырышып, көндөҙҙәрен йылға буйында шырлыҡта йәшеренеп, төндәрен генә тауға сығып йөрөй. Айыуҙың яратмағаны эттәр. Улар килеп өрә башлаһа, ул да үкереү менән яуап ҡайтарып, ерҙе туҡмап, асыу сығара икән.