Ләкин Рәсәйҙән килгән туристарҙың ҡурҡыныс хәлдәргә тарыуы бик ихтимал. Улар алабарман һәм тәртипһеҙ, хәүефһеҙлек мәсьәләләрен һанға һуҡмай, эскән килеш һыуға төшә һәм батып үлә. Рәсәйҙән килгәндәрҙең спиртлы эсемлектәр менән самаһыҙ мауығыуы күптән инде урындағыларҙың үҙәгенә үткән.
“Яҡташтарыбыҙ һаулығын һаҡламай, үҙен ҡайғыртмай, ярамаһа ла, эсә, – ти Рәсәйҙең Антальелағы генконсулы Олег Розов. – Быйыл ғына Төркиә курорттарында бер нисә тиҫтә турист һәләк булды”.
Рәсәй вәкилдәре турагенстволарға үҙҙәренең клиенттары алдында аңлатыу сығыштары яһарға тәҡдим итә. Беҙ ҙә шуны эшләйбеҙ. Иҫән-һау ял итеп ҡайтығыҙ.