+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2019, 20:25

Банктар байый, халыҡ фәҡирләнә. Самаһыҙ бурысҡа алыу ҡыуығы ҡасан шартлар?

Беҙ – фәҡир, беҙ – ярлы, тип зарланһаҡ та, Рәсәйҙә сереп байыусылар бар әле. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың тәүге алты айында банктарҙың бер триллион һумдан артыҡ табыш алыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. 145 миллион самаһы иҫәпләнгән Рәсәй халҡынан кредит учреждениеларының көс еткеһеҙ проценттар иҫәбенә күпме аҡса алыуҙарын (бәлки, талауҙарындыр) үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ.

Бер триллион һум дүрт йөҙгә ҡалған банктар өсөн әллә ни күп тә түгел һымаҡ. Ҡара иҫәп менән иҫәпләһәк, 2 миллиард ярым самаһы сығыр. Ә бына шул триллиондың 477 миллиард һумы бер банк – “Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы” иҫәбендә икәнлеген һеҙ беләһегеҙме? Эйе, дөйөм табыштың 47 проценты самаһы “Һаҡлыҡ банкы” сейфтарында урын тапты. Банк, былтырғы осор менән сағыштырғанда, табыш алыуын 11,6 процентҡа арттырған. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа тотоноуын дәүләт ҡарамағында булған банк әлегә өндәшмәй.
Был триллионға халыҡ иҫәп тота алмай, сөнки халыҡты дәүләт ҡарарға тейеш.
Халыҡ эш хаҡы һәм пенсия ала, шул аҡсаһы иҫәбенә банк алдында бурыстарын түләй.
Ә беҙгә иһә, бурыслылар үлмәй, тип өмөтләнергә генә ҡала.
Читайте нас: