+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Июль 2019, 11:47

Каринэ һәм Радийҙар күбәйгән йыл. Исемдәре есемдәренә тура килһен.

ЗАГС-тар ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бирә. Быйыл яңы тыуған сабыйҙарға ата-әсәләре Каринэ һәм Радий тигән исемдәрҙе йыш ҡуша икән. Ғәжәпләнергә түгел, икеһе лә билдәле шәхестәр, күптәр уларға өмөт менән ҡарай. Республика халҡы ла Каринэ һәм Радий Хәбировтарҙы ихлас ҡабул итте.

Билдәле шәхестәрҙең, сәйәсмәндәрҙең исемен ҡушыу электән килгән күренеш. 80-се йылдарҙа таулы-урманлы бер районға командировкаға барырға тура килгәйне. Хужалыҡтар буйлап партия райкомының икенсе секретары менән сыҡтыҡ. Марс Бернартович тигән ағай ине. Көнө буйы ферманан-фермаға йөрөп арытҡан, кис һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙем дә һиҙмәҫтән: “Марс Бернартович, һеҙҙең атайығыҙ 1931 йылғымы?” – тип һорайһы иттем. “Эйе, ә һеҙ минең атайҙы ҡайҙан беләһегеҙ?” – тип ғәжәпләнде. Дүртөйлө районынан икән. Мин уны ҡайҙан беләйем инде. Районға килгәнсе Бернард Шоуҙың китабын уҡып ултырғайным, 1931 йылда Мәскәүгә килгәнлеге хәтерҙә ҡалған.
Марс Бернартовичҡа шул хаҡта һөйләнем һәм: “Олатайығыҙ кантор тирәһендә йөрөгәндер, гәзит уҡығандыр, Нобель премияһы лауреатының исемен оҡшатҡандыр, яңы тыуған улына яҙыусының исемен ҡушҡандыр”, – тип аңлатып бирҙем. Был хаҡта ишеткәс, райком секретары бик ҡыуанды, ә быға тиклем уйламаған да икән.
Башҡортостанда быйыл Каринэ, Радийҙар күп тыуасаҡ, киләһе йылдарҙа ла ишәйһен улар. Әгәр ун-ун биш йылдан һуң, Рәсәй һәм Башҡортостан сәскә атҡанда, Каринэ һәм Радий исемле ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы осратһағыҙ: “Һин 2019 йылда тыуҙыңмы?” – тип һорағыҙ. Хаталанмаясаҡһығыҙ.
Читайте нас: