+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
1 Август 2019, 13:14
ҠОТЛАЙБЫҘ! Айбулат Ғүмәровтың тыуған көнө!
Бөгөнжурналыбыҙҙың яҡын дуҫы, уны таратыуҙа ярҙам итеүсе фиҙаҡәр милләтәшебеҙ,Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ир-уҙаманы Айбулат Альберт улы Ғүмәровтың тыуғанкөнө. Уны ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, рухныҡлығы теләйбеҙ!
Урман баҡсасыһы
Ғәйрәтенән, буй-һынынан
Бөжләй тиҙәр айыуҙар.
Алдар батыр нәҫеленән
Баһадир ир Айбулат!
Көрәш майҙанына сыҡһа,
Билен бирмәҫ Айбулат.
Уралының йәнһаҡсыһы,
Илен бирмәҫ Айбулат!
Ауылына саң ҡундырмаҫ,
Тап төшөрмәҫ намыҫҡа.
Эскелеккә — яуызлыҡҡа
Башлап сыҡты алышҡа.
Ауылының егеттәрен
Эшле иткән Айбулат!
Көрәш секцияһы асып
Көслө иткән Айбулат!
Ул ултыртҡан ҡарағайҙар
Йәмләр бер саҡ Уралды.
Тубырсыҡтар яуып ҡотлар
Баҡсасыһын урмандың.
"Ағиҙел"дәр.
Читайте нас:
"Һәнәк"тең телеграм-каналына ҡушылығыҙ!
Ошо һылтанмаға баҫығыҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять