+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Август 2019, 12:26

Һалым түләтеп, мәжбүр итә торған эш түгел. Балаһыҙлыҡ өсөн күпме аҡса талап ителә?

Рәсәй демографик көрсөккә терәлде, халыҡтың йәшәү кимәле кәмей, ғаиләләр, матди ауырлыҡтарға һылтанып, бала табыуҙан һәм үҫтереүҙән баш тарта. Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге эксперттары әйтеүенсә, хәҙерге ғаиләләр дәүләт аҙ ярҙам итә, бала тәрбиәләү мөмкинлеге юҡ, тип иҫәпләй икән.

Ошо юҫыҡта аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ, балаһыҙлыҡ һалымы индерергә кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Хәҙерге Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең өлкән быуыны бындай һалымды заманында түләне инде. Мәҫәлән, 1944 йылдан 90-сы йылдарға тиклем. Һуғыш бара, ҡаҙнала аҡса етмәй, СССР Хөкүмәте өйләнмәгәндәрҙе, кейәүгә сыҡмағандарҙы, өйләнешеп тә бала тапмағандарҙы һалым түләргә мәжбүр итә. Байтаҡ аҡса йыйыла, оҡшап ҡала, бар донъяны аптыратып, һалым түләтеү дауам итә.
Беҙҙеңсә, бындай һалым тоталитар режимдар өсөн хас һәм илдә йәшәүселәрҙең рухын, физиологик мөмкинлектәрен инҡар итеүгә ҡоролған. Беҙ быны үттек һәм баш тарттыҡ. Хәҙерге Рәсәй демократик, хоҡуҡи дәүләт, гражданлыҡ йәмғиәте төҙөй. Элекке дәүерҙе һағыныусылар, мунсала, магазиндарҙа паспорт тикшереп йөрөүселәр заманы үтте бит инде.
Заманында әлеге яманатлы һалымды кире индерергә теләүселәр табылған, ләкин күпселек быға ҡаршы төшкән. Әлеге шау-шыу халыҡтың фекерен белергә теләү түгелме икән? Улай булһа, Башҡортостандан башланыу беҙҙе аптырата. Кем белә, бәлки, халыҡ күтәреп алыр, тип көтөүселәр бармы икән?
Читайте нас: