+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Август 2019, 13:44

Араҡы урлап тотолғандар. Ул тиклем араҡы нимәгә кәрәк?

Йыл башында “Башспирт” акционерҙар йәмғиәтендә етәкселек алышынды. Ҡағиҙә булараҡ, идаралыҡ китә, яңы менеджмент килә һәм тикшереүҙәр үткәрелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 9 миллиард һумлыҡ етешһеҙлектәр фашлана һәм Эске эштәр министрлығына тапшырыла.

Полицейскийҙар тәрәнерәк ҡаҙый һәм 30 миллион һумлыҡ араҡы етешмәүен асыҡлай. Эсемлектең бер өлөшөн табалар. 5 миллион һумлыҡ 1100 йәшник араҡы Затон биҫтәһендә шәхси гаражда ҡулланыусыларын көтөп ятҡан. Был урлашыуға “Башспирт” йәмғиәтенең сауҙа йорто етәксеһенең мөнәсәбәте бар икән. Хәҙер ғәжәп ҡалырһың, был нәфсеме, әллә ҡомһоҙлоҡмо? 1100 йәшник араҡыны нисек эсеп бөтмәк кәрәк?
Контроль-иҫәп палатаһы ла эш хаҡындағы ҙур айырманы билдәләгән. Мәҫәлән, етәкселәр ябай хеҙмәткәрҙәргә ҡарағанда эш хаҡын 24 тапҡыр күберәк алған.
“Башспирт”тағы тикшереүҙәр ғәҙел ҡарар менән тамамланыр, тип өмөт
итәйек. Сөнки бындағы етешһеҙлектәрҙе Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе
шәхси контролгә алған.
Читайте нас: