-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Август 2019, 12:51

Ҡулдан идара итеү нисек була?

Күҙ алдыма килтереүемсә, автомобиль руле менән, йә атҡа һыбай менеп идара итеүҙән айырмаһы бик аҙ һымаҡ. Алмашҡа водителһеҙ автомобилдәр килә шикелле. Беҙҙең осраҡта, хөрмәтле Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы, ҙурыраҡ төшөнсә бирергә ынтылғайныҡ. Мәҫәлән, Иркутск өлкәһен һыу баҫҡас, Рәсәй Президенты бер түгел, ике тапҡыр барып, тәрбип урынлаштырып китте. Урындағы губернатор менән Рәсәй Хөкүмәте башлығы был хаҡта нимә уйлай икән? Беҙгә ҡалһа, илдә көн һайын булып торған ҡазалар – һыу баҫыу, урман яныу менән көрәшеү урындағы властың йәки Хөкүмәттең көндәлек эше.

Ә Путинды халыҡтың тормошон яҡшыртыу, йәшәү кимәлен күтәреү һымаҡ изге эштәрҙә күрге килә. Ана бит, милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын нисек контролдә тота. Медицина хеҙмәтләндереүенә ялыуҙар кәмегән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Бирһен Хоҙай, беҙ ҡаршы түгел. Шулай ҙа, ауырымаһаҡ, табиптарға көнөң төшмәһә, яҡшыраҡ түгелме икән?
Ошо урында, урынлымы, урынһыҙмы, Ельцин иҫкә килеп төшә. Буденновскийҙа булған фажиғәне иҫләйһегеҙҙер, боевиктар балалар тыуҙырыу йортон баҫып алды. Ә Ельцин Бөйөк Британияға осоп киткән, хатта уға фажиғә хаҡында әйтеп тә тормағандар. Барып төшкәс, хәбәрселәр Буденновскийҙағы хәлдәр хаҡында һораша икән. Аңлатып бирә алмаған.
Йәки, былтыр сентябрҙә Темәстә урындағы халыҡ менән ситтән килгәндәр араһында тыуған низағты иҫкә төшөрәйек. Халыҡ күпме көтһә лә, элекке Башлыҡ Рөстәм Хәмитов Темәскә барып, халыҡ менән аралашып, ысынбарлыҡты асыҡлауҙан баш тартты. “Үҙ теләге менән” отставкаға китеүенә шул сәбәпсе булманымы икән? Мин был осраҡты яуаплылыҡтан ҡасыу тип баһалар инем.
Ә хәҙер Сибай карьерындағы экологик ҡазаны иҫкә төшөрәйек. Яңы етәксе
Радий Хәбиров, хәтерләүебеҙсә, унлап тапҡыр Сибайҙа булды, халыҡ менән
һөйләште, мәсьәләнең асылына төшөндө. Хәҙер Урал аръяғында ҙур маҡсаттар
билдәләнде. Уларҙың тормошҡа ашырылыуына өмөт ҙур.
Читайте нас в