+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Август 2019, 13:19

Радий Хәбиров юлдарҙың торошо өсөн уңайһыҙланған. Радий Фәрит улына Ибраһимов исемендәге бульвар аша үтергә тәҡдим итәбеҙ.

Республика етәксеһе Ленин һәм Коммунистик урамдарының хәҙерге торошо менән ҡәнәғәт түгел. Эйе, был урамдарҙың ямалған өлөшө байтаҡ, шуға күрә уларҙы тәртипкә килтереү өсөн киләсәктә аҡса бүленәсәк.

Төбәк етәксеһенең талапсан ҡарашы автомобиль йөрөтөүселәргә оҡшай. Әгәр былай барһа, баш ҡалабыҙҙа киләсәктә “танктар менән йөрөй торған” юлдар бөтәсәк.
Радий Фәрит улына Ибраһимов бульвары аша үтергә тәҡдим итер инек. Өфөлә бындай урамдар юҡ тип әйтерлек, ямау өҫтөндә ямау, етмәһә, юл ситтәре ҡыйралып бөткән. Ә был юл Октябрь проспекты башынан Карл Маркс урамына тиклем бик уңайлы маршрут.
Бәлки, ошо урамға ла сират етер?
Читайте нас: