+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2019, 10:28

Һеҙгә ниндәй ир кәрәк? Ҡарт алаша бураҙнаны боҙмай, тиҙәр, ә тәрәнлеге?..

40-50 йәштән һуң яңғыҙ ҡалғас, үҙ ишеңде табыу һистә еңел түгел. Статистика аяуһыҙ, был йәштә тол ҡатындар һаны йылдан-йыл артабара. Ә күңел тыныслыҡ, өмөт һәм таяныс көҫәй. Балалар үҫкән, үҙ аллы тормошкөтәләр, әсәй кешене йомош төшкәндә генә (аҡса кәрәккәндә, тип аңлағыҙ) иҫкәтөшөрәләр. Кемгәлер тотоноп, сауҙа үҙәктәренә, байрамдарға, концерттарға сыҡҡыкилә.

Ярай, хыялығыҙ тормошҡа ашты ла, ти. Ана ята ул, ғүмер буйы ошонда төйәкләгәнме ни, йүнле бер эш күрһәтмәне, ә тәмле ашарға һәм ыҫпай кейенергә ярата икән. Ә элеккегеҙ әле онотолмаған, ашауға талымһыҙ, кейемен дә һайланып торғандарҙан түгел ине. Сағыштыра торғас, өҫтөнлөктәре лә, арлы-бирле етешһеҙлектәре лә асыла. Әхирәттәрең ҡыҙыҡһына, ниндәй мал эләктерҙе икән, тиҙәрҙер инде, бер сәбәпһеҙ ҡунаҡҡа өндәштеләр, эсәме, юҡмы, шуны белергә теләйҙәрҙер. “Кит, – тине йәндәй күргән әхирәтең, – был нәмәне ҡайҙан таптың? Эсмәне бит! Моғайын, дауаланғандыр”.
Булһа, булғандыр, хәҙер ҡыуалап сығарып булмай. Фатирын ҡуртымға биргән, аҡсаһының бер өлөшөн тотторҙо, күп түгел, һыуға, электрға түләрлек. Эй, Хоҙайым, ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме инде, өйҙә, ниһайәт, ир ҡулы һиҙелде. Өндәшмәй генә шарылдап торған ишектәрҙе майлап сыҡты, балконды көпләтәм, ти. Бысаҡтарҙың үткерләнгәнен ҡулымды ҡырҡҡас ҡына һиҙеп ҡалдым. Әсәйем ҡалай дөрөҫ әйткән: ҡарт алаша бураҙнаны боҙмай шул. Ә тәрәнлегенә килгәндә, ҡуй, әхирәт, ҡуй, үҙ-ара ҡалһын. Берәүҙе туҙҙырҙым, быныһына нисек тә түҙермен әле.
Читайте нас: